

— Район тормошон яҡтыртып барыусы гәзитебеҙгә байтаҡ йылдар инде яҙылып, яратып уҡыйбыҙ. Башта почта аша алдырһаҡ, хәҙер инде үҙебеҙгә уңайлы ысулға күстек — редакция аша яҙылабыҙ, улай осһоҙораҡ та, килеп алырға яҡыныраҡ та. Гәзит битендә донъя күргән бар мәҡәләне лә ҡат-ҡат уҡып сығабыҙ. Бигерәк тә тормош иптәшем Фирдәүес яратып уҡый, “районка” килгән көндө көтөп ала, тиҙерәк барып ала, — тип һөйләй Фәғилә Фазлинур ҡыҙы.
Фәғилә Фазлинур ҡыҙы һәм Фирдәүес Мирхәсәб улы 49 йыл татыу ғүмер кисерә, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына баҫтырғандар. Хәҙер алты ейән, ике бүләгә яратҡан өләсәй һәм олатай ҙа улар. Көндәлек тормош йорт мәшәҡәттәре менән, балалар, ейәндәр шатлығына ҡыуанып үтһә, кистәрен улар гәзит-журналдар уҡып, район, республика, донъя яңылыҡтары менән таныша.
Нурсинә Әхмәрова.