

28 майҙа Өфөлә Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте төбәк бүлексәһенең попечителдәр советы ултырышын үткәрҙе.
Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе күптән һәм уңышлы эшләй, байтаҡ эштәр башҡарылған, тип билдәләне Владимир Мединский.
– Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе әүҙем эш алып бара. Шул уҡ ваҡытта ойошма алдында торған көнүҙәк мәсьәләләр ҙә бар. Республика менән бергә уларҙы уңышлы хәл итергә тырышырбыҙ, – тине Владимир Мединский.
Беҙ бында фән һәм мәҙәниәт вәкилдәре булараҡ ҡына йыйылманыҡ. Беҙ дөйөм миссияны башҡарабыҙ – тарихи хәтерҙе һаҡлайбыҙ, өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын онотмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Махсус хәрби операция үткәреү шарттарында хәрби-тарихи йәмғиәт вәкилдәре өлкән быуындың героик мираҫын хәҙер көндә Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы менән бәйләргә ярҙам итә, махсус операцияның тәү сәбәптәре тураһында объектив мәғлүмәт бирә. МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн мәктәптәрҙә мемориаль таҡтаташтар ҡуябыҙ, «Геройҙар парталары»н асабыҙ. Мәктәптәргә, патриотик үҙәктәргә геройҙарҙың исемен бирәбеҙ. Биналарҙа ҙур һүрәттәр – муралдар урынлаштырабыҙ, тематик күргәҙмәләр ойошторабыҙ һәм башҡалар.
Башҡортостан Башлығы республикала Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте булышлығында «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһын, Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына һәм Дан орденының тулы кавалерҙарына 145 мемориаль таҡтаташ, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында Совет һалдатына һәйкәлдәр һәм башҡа мемориаль объекттар ҡуйыуҙары хаҡында һөйләне.
Башҡортостанда махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн ошо юғары исемгә лайыҡ булған Рәсәй Геройҙарының хәтере мәңгеләштерелә. Бөтәһе 16 кеше, 9-ы үлгәндән наградланған.
Кесе йома Өфөлә IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе асылды. Быйыл сарала Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан һәм Ирандан 80-дән ашыу нәшриәт ҡатнаша.
Азат Ғиззәтуллин
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»