

Тәтешле районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлын ремонтлай башланылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
Үрге Тәтешле ауылы янындағы 5 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала һалҡын регенерация алымы менән юлдың нигеҙен нығыттылар, ике ҡатлам асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәнеләр. Эш барышында юл ситтәре нығытыласаҡ һәм билдә һыҙыласаҡ.
«Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарын тоташтыра. Уларҙа 58 меңдән ашыу кеше йәшәй. Урындағы халыҡ ошо юлдан район үҙәге Үрге Тәтешле ауылына бара ала. Шулай уҡ ул Башҡортостан менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын ошо трасса буйлап 3 меңдән ашыу автомобиль үтә», – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Ремонт эштәре графикка ярашлы бара. Барлыҡ эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса Башҡортостанда 200 саҡрым самаһы юл һәм 1,9 погон метр оҙонлоҡтағы 15 күпер норматив хәлгә килтерелә.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Розалия Хисаева фотоһы.