

Сираттағы гуманитар ылау МХО зонаһына оҙатыла. Был юлы алғы һыҙыҡҡа 17 кубометр ағас ебәрелә. Таҡталар һәм төҙөлөш материалдары блиндаждар төҙөү һәм оборона ҡоролмаларын нығытыу өсөн ҡулланыласаҡ, был хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн айырыуса мөһим.
Йөктө йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа «Асҡын урман сәнәғәтселәре» вәкилдәре Илнур Ғиләжев һәм Нәфис Кәримов ҙур ярҙам күрһәтә. Уларҙың ярҙамсыллығы, битараф булмауы һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам булып тора.
Бергәләп, дөйөм тырышлыҡ менән генә, беҙ яугирҙарыбыҙға ярҙам итә алабыҙ һәм күптән көтөлгән Еңеүҙе яҡынайта алабыҙ.