

Иҫке Тимкә ауылына махсус хәрби операция биләмәһенән “Башҡорт” позывнойлы хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Өс йыл дауамында ил һағында тороусы сержант бөгөн Запорожье йүнәлешендә FPV-дрон операторы-саперы булып хеҙмәт итә. Уның иңендә — ҡатлаулы хәрби бурыстар, алғы һыҙыҡтағы көндәлек хеҙмәт.
“Башҡорт” ябай ауыл ғаиләһендә үҫеп буй еткерә. Иҫке Тимкә мәктәбен тамамлағас, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Тыныс ауыл тормошо менән йәшәргә ниәтләгән егет яҙмышын хәрби юл менән бәйләрмен, тип башына ла килтермәй.
2023 йылда ул хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәтен Приморье крайында мотоуҡсылар батальонында башлай. Әммә армияға барғанының өсөнсө көнөндә үк мөһим ҡарар ҡабул итә — Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.
— Унда минең дуҫтарым, таныштарым бар ине. Улар менән бергә булғым килде. Ватан өсөн бергә хеҙмәт итеүҙе үҙемдең бурысым тип һананым, — ти “Башҡорт”.
Контракт төҙөгәндән һуң ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы белгеслеге буйынса уҡый. Хәҙер ул тәжрибәле хәрби FPV-дрон операторы-саперы булып хеҙмәт итә. Заманса шарттарҙа хәрби әҙерлекте даими камиллаштырыу кәрәк булыуын аңлап, өҫтәмә курстар ҙа үтә.
FPV-дрон операторы эше — иң яуаплы һәм хәүефле хеҙмәттәрҙең береһе. Бирелә теүәллек, етеҙлек, сабырлыҡ та кәрәк. Сөнки һәр бурыстың уңышлы үтәлеше иптәштәренең именлегенә лә бәйле. Хәрбиҙәр һүҙҙәренсә, тәүлек эсендә уртаса 10-15 дошман объекты юҡ ителә.
Хәрби бурыстар ауыр ялан шарттарында үтәлә. Улар блиндаждарҙа йәшәй. Ваҡыт үтеү менән ул яугирҙар өсөн ғәҙәти йәшеренеү урыны ғына түгел, ә икенсе йортҡа әйләнгән. Шунда улар ял итә, тыуған йорттан килгән хәбәрҙәр менән уртаҡлаша, бер-береһенә терәк булып йәшәй.
“Башҡорт” менән иптәштәренең тормошонда дүрт аяҡлы дуҫтары — “Мурка” ҡушаматлы бесәй һәм эт “Мохтар” ҙа айырым урын алып тора. Улар хәрбиҙәр янына хеҙмәт иткән ваҡытта килеп йөрөп эйәләшкән һәм тиҙ арала барыһының да яратҡан йән эйәләренә әйләнгән.
— Улар беҙҙең өсөн ғаилә ағзалары кеүек. Бындай шарттарҙа йәшәгәндә эргәңдә тере йән булыу күңелде йылыта, тынысландыра. Йыраҡта йөрөгәндә ябай ғына шундай миҙгелдәр ҙә тыуған йортто иҫкә төшөрә, көс бирә, — ти яҡташыбыҙ.
Нәҡ бына шундай ябай, кешелекле миҙгелдәр яугирҙарға рух ныҡлығын һаҡларға, берҙәм булырға ярҙам итә.
Хеҙмәт ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн “Башҡорт” Жуков ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Хәрби айырыуса тыуған районы халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Уның әйтеүенсә, гуманитар ярҙам һәм балалар хаттары алғы һыҙыҡтағы егеттәр өсөн ҙур терәк булып тора.
— Тыуған яҡтан килгән һәр посылка беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Ул — ябай әйбер генә түгел, ә өй йылыһы, кешеләрҙең беҙҙе көтөүе, беҙгә ышаныуы, хәстәре. Балалар яҙған хаттарҙы уҡығанда күңел тула. Шундай саҡта башҡарған хеҙмәтебеҙҙең юҡҡа түгеллеген аңлайһың, — ти ул.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан көндәрендә “Башҡорт” тыуған ауылын, яҡындарын һәм таныштарын күрергә өлгөргән. Яугирҙың ҡайтыуына ауыл халҡы бик шатланған. Уның кеүек ҡыйыу егеттәрҙең батырлығы, Ватанға тоғролоғо һәм мөхәббәте йәш быуынға ысын ир-егет өлгөһө булып тора.
Теманы дауам итеп...
Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу дауам итә. БПЛА сафтарында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 телефон номерына шылтырата ала. Бынан тыш, Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы башбат.рф сайты яңыртылды. Портал МХО-ла хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн БПЛА ғәскәрҙәре өҫтөнлөктәре тураһындағы мәғлүмәт менән тулыланды. Шулай уҡ урындарҙағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.