

Айдар 2024 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, “Ауыл табибы” федераль программаһы сиктәрендә тыуған районына эшкә ҡайта. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” проекттары медицина хеҙмәткәрҙәрен ауыл райондарына йәлеп итергә һәм уларҙы һаҡлап ҡалырға, медицина ярҙамының сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе — медицина ярҙамын юғары сифатлы итеү. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары сиктәрендә халыҡҡа медицина хеҙмәттәре күрһәтеү системаһын камиллаштырыу, ауылдарға белгестәр йәлеп итеү, уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе медицина ярҙамы менән тәьмин итеү дәрәжәһен күтәреү, беренсел медицина ярҙамынан файҙалана алыуҙы арттырыу, ауыл ерендә эшләргә риза булған белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү тора.
Ҡалала ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын нәҡ бына ауыл ерендә башларға ҡарар итә. Был һайлау осраҡлы түгел — Айдар үҙе Һәйтәк ауылы егете, тыуған яҡтың тормошон, кешеләрен яҡшы белә.
— Ауыл ерендә эшләү — ҙур яуаплылыҡ. Бында кешеләр һиңә ышанып килә, шуны аҡларға кәрәк, — ти ул. — Пациенттарҙың табип эргәһенән йылмайып сығып китеүе — беҙҙең эшкә иң ҙур баһа.
Айдар Ғәлтәф улы ҡарамағындағы участкала 18 йәшкә ҡәҙәр яҡынса 650 бала иҫәпләнә. Шуларҙың 17-һе — бер йәшкә тиклемге сабый. Был һандар йәш табиптың көндәлек хеҙмәтенең ни ҡәҙәр яуаплы һәм күләмле булыуын асыҡ күрһәтә. Һәр бала — айырым иғтибар, даими күҙәтеү һәм һаҡсыл ҡараш талап итә.
Бәләкәйҙән табип булырға хыялланған Айдар мәктәпте тамамлағас, маҡсатына туры юл һайлай. Юғары уҡыу йортонда белем алған йылдарҙа уҡ ул теория менән генә сикләнмәй, ә практикала ла үҙен һынап ҡарай. Өфө ҡалаһындағы 13-сө дауахананың реанимация бүлегендә медбрат булып эшләп, тәжрибә туплай, медициналағы яуаплылыҡтың асылын аңлай, заманса технологиялар менән эш итергә өйрәнә.
Балтасҡа ҡайтып эшләй башлаған беренсе көндәр еңелдән булмай. Яңы коллектив, ҙур яуаплылыҡ, көн һайын тиҫтәләгән бәләкәй пациент һәм уларҙың борсоулы ата-әсәләре — былар барыһы ла йәш белгестән ныҡлыҡ, сабырлыҡ һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү һәләте талап итә.
Йәш табипҡа эштең нескәлектәрен үҙләштереүҙә тәжрибәле табип Фәридә Хәмитова ярҙам итә. Уның кеүек остаздар — йәш белгестәр өсөн ысын мәктәп.
— Белемле, аҡыллы, тырыш егет. Эшкә тиҙ өйрәнеп китте. Башта мин уға ярҙам итһәм, хәҙер ул үҙе миңә булыша. Бигерәк тә компьютер менән эш иткәндә, — тип йылмая Фәридә Наил ҡыҙы.
Был һүҙҙәр йәш табиптың һөнәри яҡтан тиҙ “үҫеүен”, нығып килеүен күрһәтә. Ысынлап та, бөгөн Айдар Мулләхмәтов — үҙ участкаһындағы балаларҙың сәләмәтлеге өсөн яуаплы табип. Ул һәр пациентҡа иғтибарлы, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба белә, заманса алымдарҙы урынлы ҡуллана.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Айдар табиплыҡ эше менән генә сикләнмәй. Ул әүҙем тормош позицияһы алып бара, районда уҙған төрлө сараларҙа ла даими сығыш яһай. Коллектив тормошонда ҡайнап йәшәүе, ижади һәм спорт ярыштарында ҡатнашыуы менән хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай. Бындай әүҙемлек, һис шикһеҙ, уның холҡон сыныҡтыра, командала эшләү күнекмәләрен үҫтерә, һөнәри эшмәкәрлегендә лә ярҙам итә.
Ауыл табибының хеҙмәте айырыуса үҙенсәлекле. Бында ул — ябай белгес кенә түгел, ә кәңәшсе лә, психолог та, ҡайһы саҡта ғаиләнең яҡын кешеһенә лә әйләнә. Шуға күрә был эштә һөнәри белем генә түгел, ә мәрхәмәтлелек, сабырлыҡ һәм кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәт тә бик мөһим. Айдар Ғәлтәф улы нәҡ бына ошондай сифаттарға эйә.
Үҙәк район дауаханаһында эшләүсе бындай йәш белгестәр — район медицинаһының киләсәге. Улар — халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы, иртәгәһе көнгә өмөт уятыусы табиптар.
Фекер
Салауат Ғилметдинов, Балтас үҙәк район дауаханаһы баш табибы:
— Йәштәр өсөн бындай программаларҙың эшләүе ҙур ярҙам. Йәш табиптарҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алабыҙ. Элек бындай ярҙамдар юҡ ине. Йәштәрҙе хәстәрләү, матди яҡтан дәртләндереү ауылдарҙа кадрҙарға ҡытлыҡты ла кәметә. Үткән йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса — ике, ә “Ауыл фельдшеры” буйынса бер йәш белгес эшкә ҡайтты.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.