

Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн керетә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итә. Һәм бына күптән көтөлгән ваҡиға — мәсет асыу тантанаһы. Унда сығыш яһаусылар 1908 йылдан башланған ауыл, бында йәшәгән һәм эшләгән кешеләр, иң мөһиме — динебеҙ Ислам, тыныслыҡ һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләне.
Барыһының да теләге бер булды: иман йортона халыҡтың эҙе һыуынмаһын, аҙан әйтелеп, биш ваҡыт намаҙ уҡылһын, дингә йәштәр ҙә тартылһын, тигән теләктәр әйтелде.
Динис Йосопов сығышында районда дүрт мәсет төҙөлөүен, беренсеһе нәҡ Яңы Ҡарала асылыуын билдәләне. Ошо уңайҙан Динис Рәдис улы иҫтәлекле бүләктәр, янғын тағылмаһына сертификат, иман йортон ремонтлауҙа ҙур өлөш индергәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов та ошо ҙур эштәрҙә ҡатнашҡан әүҙемселәрҙе Рәхмәт хаты менән билдәләне.
Дин әһелдәре лә “Ихлас” мәсе асылыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Зөфәр хәҙрәт мәсетте асыуҙа финанс яҡтан да, ҡул көсө менән дә ярҙам күрһәткәндәргә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Мәсет тантаналы асылғас, дин әһелдәре мәсеткә тәҡбир әйтеп керҙе. Яңы мәсеттә күмәк намаҙ һәм доғалар уҡылды.
Артабан сара үҙәк майҙанда үҙешсән сәнғәт оҫталары, уҡыусылар, ҡайтҡан ҡунаҡтар сығышы менән дауам итте.
Әйткәндәй, тантаналы, тәрбиәүи сараларҙы ойоштороу эштәрен Гөлнара Шәйхинурова менән Рушания Хажиәхмәтова етәкләй.
Светлана Сәлмәнова.