Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Май , 04:45

Халыҡты берләштергән ижад үҙәге

Ҡариҙел Үҫмерҙәр моделле китапханаһы “Таланттар урыны” проектын уңышлы тормошҡа ашыра. 

Халыҡты берләштергән  ижад үҙәгеХалыҡты берләштергән  ижад үҙәге
Халыҡты берләштергән ижад үҙәге

Ҡариҙел ауылы мәҙәниәт һарайында урынлашҡан Үҫмерҙәр моделле китапханаһы райондың рухи үҙәге һәм халыҡты үҙенең сараларына йәлеп итеүсе ижад үҙәге булып тора. Шуға ла һәр китапханасы китап һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө форматта осрашыуҙар, кисәләр үткәрә.
Үҫмерҙәр китапханаһы үҙенең бай тарихы, ижадташ дуҫтары, уҡыусылары һәм проекттары менән ғорурлана ала. Уның етәксеһе Әлфиә Хөсәйенова хеҙмәттәше, библиограф Линара Сәйфуллина менән бергә фондты тулыландырып, уҡыусылар менән тығыҙ аралашып, ижади эшләгән тәжрибәле белгестәр.
Китапхана бөгөн уйланылған тематик дизайны, сағыу биҙәлгән китап күргәҙмәләре, стендтары һәм экспозициялары, заманса мебель һәм техникаһы, бай китап фонды, интернет селтәре ресурстарына тоташтырылыуы, уҡыу залы менән айырылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы, заман талаптарына ярашлы шарттар тыуҙырылған ижади үҙәктә балаларҙы ла, өлкән быуын вәкилдәрен дә күрергә була.
Китапханасылар тыуған яҡты өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлә. Район яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашлығында әҙәби кисәләр, фольклорсылар, тарихсылар һәм тирә-яҡты өйрәнеүселәр менән фәһемле саралар йыш үткәрәләр.
Быйыл Үҫмерҙәр китапханаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән гранттар конкурсында ҡатнашып, «Таланттар урыны» проекты менән Башҡортостандың 12 китапханаһы иҫәбендә еңеү яулай. Ошо проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында эксперттар, этнографтар, ҡул оҫталары һәм фольклорсы-тикшеренеүселәр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар планлаштырылған. Мәҫәлән, Унлар ырыуы башҡорттарының милли кейемдәрен тергеҙеү, балыҡ һөйәктәренән картиналар эшләү, милли музыка ҡоралдары һәм халыҡ йырҙары менән таныштырыу, районда һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ тарихын һәм серҙәрен өйрәнеү, «Аҡбүләк мендәрҙәре» йолаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Проект авторҙары ҡариҙелдәр өсөн тағы ла ҡыҙыҡлы программалар һәм районыбыҙҙың абруйлы шәхестәре менән осрашыуҙар әҙерләгән.
— Тәжрибәле һәм ижади ҡарашлы хеҙмәттәштәрем менән берҙәм эшебеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә. Сараларҙа ҡатнашыусы йәштәрҙең, уҡытыусыларҙың, «Иҙел» әҙәби берекмәһе ағзаларының, фольклор коллективтарының, ҡул оҫталарының һәм беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе урындағы журналистарҙың әүҙем тормош позицияһы дәрт һәм көс өҫтәй. Шуға ла беҙ Ҡариҙел районы халҡына рәхмәтлебеҙ. Берҙәм булып, бергә эшләгәндә генә уңыштарға ирешергә була, — ти Әлфиә Мәғәфүр ҡыҙы.
Үҫмерҙәр китапханаһы коллективына артабан да ҡариҙелдәрҙе яңынан-яңы уңыштары менән ҡыуандырырға насип булһын.
Фекер
Руслан Булатов, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
— Үҫмерҙәр китапханаһы — заман менән бергә атлаусы, яңы идеялар менән халыҡты ҡыҙыҡһындырыусы, район тормошонда әүҙем ҡатнашыусы учреждениеларыбыҙҙың береһе. Уларҙан бер ҡасан да китап уҡыусылар өҙөлмәй, бында һәр саҡ тормош “ҡайнай”. Хеҙмәттәштәрем яңы проекттар менән район халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеп тора. Уларҙың оло ихтирамға лайыҡ хеҙмәте — китапханасылар өсөн үрнәк.
Марат Бүләков.

Автор фотоһы.

Ҡариҙел районы.

Халыҡты берләштергән  ижад үҙәге
Халыҡты берләштергән ижад үҙәге
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас