Йәнтөйәк
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Май , 06:45

Батыр яуҙа һынала

Беҙҙең яугирҙәребеҙ ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данын лайыҡлы дауам итә. Уларҙың береһе -  "Һеләүһен" позывнойлы батырыбыҙ.

Батыр яуҙа һыналаБатыр яуҙа һынала
Батыр яуҙа һынала

"Һеләүһен" үҙенең ауылында урта мәктәпте тамамлағас,  Куйбышев исемендәге колхозда тракторсы булып эшләй. Артабан егет баш ҡаланың төрлө райондарында тракторсы һөнәрен  башҡара. Махсус хәрби операция зонаһына юлланыр алдынан Өфөнөң төҙөлөш компанияларының береһендә хеҙмәт итә.

2023 йылдың майында ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар ҡабул итә. Туғандары иргә был аҙымды эшләр алдынан яҡшы уйлауын һорай, әммә ул үҙенең һүҙендә ныҡлы тора. ‎

Тәүҙә ул өс ай дауамында Һамарҙа хәрби әҙерлек үтә, артабан махсус хәрби операция зонаһына юллана. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге башҡорт батальонында ‎эвакуация хеҙмәтендә водителе булып хеҙмәт итә яҡташыбыҙ.

‎"Һеләүһен" һөйләүенсә, яҡташтарҙың ярҙамы, гуманитар йөк килеп тороуы хәрбиҙәргә рухи көс өҫтәй. Бының өсөн сикһеҙ рәхмәтле яугир. ‎

Күрһәтелгән батырлыҡтары һәм хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн «Һеләүһен» «Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн», «МХО ҡатнашыусыһы», генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. ‎

Әле яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, июнь башында ул йәнә хеҙмәт урынына юлланасаҡ. ‎Донъяла тыныслыҡ урынлашһын, "Һеләүһен" дә, башҡа яугирҙәр ҙә тиҙерәк тыуған яҡтарына ҡайтһын, тип теләйбеҙ.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Автор:
Читайте нас