

Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Горький исемендәге МХАТ-тың художество етәксеһе Сергей Безруков Өфөлә матур байрам – «ЭХО БДФ» Ҙур балалар фестивален "Бәләкәй принц" спектакле менән асты.
Башҡортостандың Дәүләт концерт залы тамашасы менән тулы ине. Симфоник оркестр фонында Сергей Витальевич иҫ киткес тамаша башҡарҙы.
Матбуғат конференцияһында бирелгән бар һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе:
– Һеҙҙең өсөн ниндәй тамашасы алдында сығыш яһауы яуаплыраҡ күренә?
– Әлбиттә, балалар алдында. Мин 5 йәштән театрҙа үҫтем. Һәм ололар өсөн тамашаларҙың да үҙемә оҡшағанын ҡабат-ҡабат ҡарай торған инем. Минең өсөн ысынлап та ихлас тамашасы ул – балалар. Улар билет хаҡында уйламай, ысын күңелдән оҡшатмайҙар икән – улар был турала әйтәсәк. "Бәләкәй принц" ты ошо жанрҙа ҡуйыу, беренсенән, минең өсөн дә ҡыҙыҡ. Икенсенән, балалар өсөн дә, ололар өсөн дә был әҫәрҙе икенсе яҡтан асырға тырыштым.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “ЭХО БДФ” Ҙур Балалар Фестивале
27 майҙа башланды һәм 1 июнгә тиклем үтә. Унда илебеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡуйылған театр һәм кино сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре күрһәтелә.
Спектаклдәр, кино, анимация фильмдары күрһәтеүҙән тыш, балалар һәм педагогтар өсөн ҙур ағартыу программаһы планлаштырылған.
Баш ҡалабыҙҙың ошондай мөһим сара уҙғарылған ҡалалар иҫәбенә инеүе үҙе бер ғорурлыҡ. Ҡайһы театрҙа ниндәй спектакль булыуы – бында.
Рәхим итегеҙ!