

Тантаналы сарала Башҡортостандың дини лидерҙары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм хәрби уҡыу йорттары курсанттары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Төбәк Башлығы йәш быуынды тәрбиәләүҙә рухи-ағартыу комплексының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ «Жилстройинвест» Компаниялар төркөмөнә проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Изге Ҡорбан байрамы көнөндә беҙ бында рухи-ағартыу үҙәге төҙөй башлайбыҙ. Был эштең төп идеяһы – илебеҙҙе яҡлап һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ «Патриот» паркында объекттар төҙөргә хәл иттек, сөнки бында йыл һайын меңәрләгән йәш егет әҙерлек үтә. Минеңсә, уларға хеҙмәттә булыу һәм вәғәздә ҡатнашыу, дин әһелдәренең аҡыллы һүҙен ишетеү һәм бары тик доға ҡылыу ҙа файҙалы булыр. Төҙөлөш эштәрен быйыл тамамларға иҫәп тотабыҙ. Хәйерле сәғәттә!
Республиканың рухи лидерҙары – Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Филарет – өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
«Жилстройинвест» Компаниялар төркөмөн ойоштороусы Рабис Сәлихов бындай мөһим проектта ҡатнашыуҙың төҙөүселәр өсөн ҙур хөрмәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм объекттарҙы билдәләнгән ваҡытта тамамларға вәғәҙә бирҙе.
Сараның төп өлөшө булараҡ төҙөлөш эштәренә старт бирелде. Белгестәр мәсет һәм часовня нигеҙен бетонлау эшенә тотондолар.
***
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе «Патриот» паркы биләмәһен артабан үҫтереү пландары хаҡында һөйләне.
– Беҙ был майҙансыҡты үҫтереүҙең беренсе һәм икенсе сираттарын тамамланыҡ та инде. Быйыл бында бассейн төҙөүгә документтар әҙер буласаҡ. Уның нигеҙен күтәреү эшен башларға тырышасаҡбыҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Әммә әле үк, парк эшләй, тип ышаныс менән әйтергә була. Бында йыл һайын 8-10 мең йәш егет биш көнлөк сборҙарға йыйыла. Уларҙың уңайлы шарттарҙа һәм яҡшы уҡытыусылар менән шөғөлләнеүе мөһим.
***
Ошо уҡ көндә «Патриот» паркы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Сергей Побирохин менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәктең күп кимәлле хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү һәм республика халҡын яҡлау мәсьәләләре. Осрашыуҙа пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде.
Билдәләп үтәйек: республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын асыҡлауҙа һәм юҡҡа сығарыуҙа махсуслашасаҡ БАРС (Илдең хәрби армия резервы) төбәк подразделениеһын булдырыу буйынса эш башланды. Был ғәмәлдәге һаҡланыу системаһын тағы ла көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.