Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
27 Мая , 12:00

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә

Ҡубияҙ ауылында ла Ҡорбан ғәйете ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур уҙа. Мәсеттә ҙур ремонт барғанлыҡтан, байрам ихатала ойошторола.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтәҠорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә

Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа йылдан-йыл Ҡорбан байрамдары шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә.

“Иртәнге сәғәт алтыла барыһы ла  Ғәйет намаҙына йыйыла. Халыҡты Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мират улы ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.

 Мәсеттең имам-хатибы Фәнис хәҙрәт Кашапов та  халыҡты байрам менән ҡотлай. Ул сығышында Ҡорбан байрамының  йәмғиәттә берҙәмлекте, татыулыҡты  нығытыуҙағы, халҡыбыҙҙың рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итеүҙәге әһәмиәтен билдәләп, һуңғы йылдарҙа дингә иғтибарҙың көсәйеүен, намаҙға баҫҡан ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бигерәк тә, балаларҙың дингә ылығыуы тураһында һөйләй. Фәнис хәҙрәттең байрам вәғәзен йыйылған халыҡ ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай.

Бергәләп ғәйет намаҙын уҡығандан һуң, ауыл халҡына ҡорбанлыҡ салырға таралышалар.

Сәғәт 10ға ҡорбанлыҡтан  ауыҙ итергә мәсет ихатаһына йыйылалар. Дүрт ҡорбанлыҡтан  тәмле былауҙы Миңзифа һәм Фәнүр Кашаповтар бешерә. Барыһы ун кеше ҡорбанлыҡ килтерә. Береһен мәсет исеменән салалар.

Халыҡтың һуңғы йылдарҙа дингә ныҡлап килеүе ҡыуандыра, йылдан-йыл ҡорбан салып, Аллаһы Тәғәләнең сауабына ирешергә ынтылыусылар күбәйҙе. 

Балалар өсөн дә уйындар ойошторолдо, улар ҡыуанып уйнаны. Мәсеткә дини һабаҡтар алырға йөрөгән малайҙар ололарға белгәндәрен уҡып та күрһәтте. Байрам һуңында улар мәҙрәсә менән мәсет әҙерләгән  тәмлекәстәр, бүләктәр алып ҡыуанды.

 Күмәкләгән – яу ҡайтарған, берҙәм булғас, был эш тә еренә еткереп атҡарылды, байрамға килгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Был сара балалар күңелендә иман нуры ҡабыныуға сәбәп булып торһон ине. Байрамдың балалар өсөн дә, ололар өсөн дә тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар аша беҙ үҙебеҙҙе лә тәрбиәләйбеҙ.
Киләсәктә тағы ла шулай байрамдар  ойошторорға, күберәк халыҡты йәлеп итергә яҙһын! “ — тине район “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе Закира Ғилметдинова.

Наилә Имаева.

Закира Ғилметдинова фотолары.

 

 

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас