Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Мая , 09:10

Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Районыбыҙ мәктәптәрендә  Һуңғы ҡыңғырау байрамы  ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Асҡын 2-се урта мәктәбендә  9-сы класты тамамлаусы — 70, 11-се класты тамамлаусы 25 уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Һуңғы ҡыңғырау яңғыраныҺуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

 

— Барығыҙҙы ла ысын күңелдән Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайым. Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа бер этап тамамлана. Алда һеҙҙе Берҙәм дәүләт имтихандары һәм унан һуң студент тормошо көтә. Был оло тормош юлына беренсе аҙым. Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр! — тип аҡ юл теләне район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов.
Мәктәп директоры Илһам Ғайнулла улы Ғәләүетдинов  тормошта уңыштарға ирешер өсөн иң мөһиме — белем һәм тырышлыҡ кәрәклеген билдәләп, алда торған тормош «һынауҙарын» сабырлыҡ менән үтергә, ҡаушамаҫҡа һәм бер туҡтауһыҙ алға ынтылырға өндәне.
Сығарылыш класс уҡыусыларына  район Советы депутаты Дамир Ҡәнәфи улы Әүбәкеров, беренсе уҡытыусылары, класс етәкселәре  һәм ата-әсәләр изге теләктәрен  еткерҙе.
Тәбрикләүҙәргә беренсе класс уҡыусылары ла ҡушылды.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы йыр-моң тулҡынына үрелде. Байрам хужалары ата-әсәләренә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре аша белдерҙе.
Байрам һәр кемгә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм йылмайыу бүләк итте.

Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас