Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Мая , 06:35

Тарих һаҡланған урын

Янағош ауылы Ғәзи Заһитов исемендәге Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы — иҫтәлекле урындарҙың береһе.

Тарих һаҡланған урынТарих һаҡланған урын
Тарих һаҡланған урын

Янағош ауылындағы был музей менән 2016 йылдан Айрат Заһитов етәкселек итә. Ул экскурсиялар үткәреп кенә ҡалмай, тикшеренеү эштәре алып бара, архивтар менән хеҙмәттәшлек итә, шәжәрәләр төҙөй.
Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан Айрат Нәғим улы менән музей эшмәкәрлеге һәм тарихы тураһында әңгәмәләштек.
— Янағошта музей 1987 йылда колхоздар төҙөлөшөн тәнҡитләгән өсөн Ҡаҙағстанға оҙатылған ауыл уҡытыусыһының иҫке ағас өйөндә эшләй башлай. Уны ойоштороусы һәм беренсе етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлимйән Вилдан улы Бикбулатов була. Ул туған мәктәбендә 40 йылдан ашыу эшләй. Йәнтөйәгендә музей төҙөү Ғәлимйән Вилдан улының оло хыялы була, — тип һөйләй башланы музей эше буйынса методист Айрат Заһитов. — Музейға тип бирелгән бина авария хәлендә була, Фәтхинуров исемендәге колхоз ярҙамға килә, шулай булһа ла, Ғәлимйән Вилдан улы мейес сығарыу, ишек алдын һәм веранданы ремонтлау эштәрен үҙе башҡара. Музейға экспонаттар йыйыуҙа мәктәп уҡыусылары ярҙамлаша.
2007 йылда музей өсөн үҙгәртеп ҡоролған магазин бинаһы тапшырыла. Музейҙы Вилүрә Шакирова етәкселегендәге Бөрө социаль-педагогия академияһы студенттары һәм педагогтары биҙәй. Нигеҙ һалыусы һәм етәксе булған Ғәлимйән Бикбулатов бирелә 2016 йылға тиклем эшләй. Ул үҙенең 30 йыл ғүмерен ошо изге эшкә бағышлай һәм киләсәк быуынға бай тарихи материал һәм экспонаттар ҡалдыра, 88 йәшендә хаҡлы ялға китә. Ғәлимйән Вилдан улы 91 йәшендә мәрхүм була. Халыҡ уны йәнтөйәгенең илһөйәр һәм тырыш улы булараҡ хәтерләй һәм хөрмәт итә.
— Музей хәҙер ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләй?
— Төп йүнәлеш — төрлө йәштәге кешеләр араһында белем биреү, пропаганда һәм мәҙәни-тәрбиә эше алып барыу, йәш быуынға ата-бабалар тарихын өйрәтеү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлауға ылыҡтырыу, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, яҡташтар батырлығы өлгөһөндә илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү.
Музей ике бүлектән тора: тарихи һәм этнографик. Унда “Янағош ауылы тарихы”, “Беҙҙең ауыл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”, “Янағош ауылы мәктәбе тарихы”, “Ауылдың билдәле кешеләре” экспозициялары урынлашҡан. Иң ҙуры — “Геройҙар залы”. Бирелә Советтар Союзы Геройҙары М. Аҡтуғанов, Е. Орсаев, И. Ишкинин, А. Казаков, Социалистик хеҙмәт геройы Х. Чикаев һәм герой-разведчик Ғ. Фәтхинуровтың портреттары һәм улар тураһында мәғлүмәт урын алған. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар исемлеге бирелгән, һалдаттарҙың наградалары, хаттары, фотолары, открыткалар бар. Был залда Брянск, Воронеж, Волгоград өлкәләрендә яу ҡырҙарында табылған экспонаттар һаҡлана. Бында иң ҙур экспозиция геройыбыҙ Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитовҡа арналған. Яугирҙың хәрби наградалары, фотолары, уға бағышлап яҙылған китаптар һаҡлана.
— Һеҙ тикшеренеү эштәре алып бараһығыҙ, ҡайһы ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
— Эш планға ярашлы Янағош ауыл китапханаһы, ауыл клубы, мәктәп, “Юлсы” балалар-үҫмерҙәр туризмы үҙәге менән берлектә алып барыла. Музейҙа архив материалдары менән дә эшләйем. 1926 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу һанлаштырылды.
— Музей фонды эшләү дәүерендә күпкә байығандыр...
— Эйе, әлеге ваҡытта бирелә 870 берәмек экспонат иҫәпләнә. Ярҙамсы фонд 184 берәмектән тора. Ауыл халҡына тарихи ҡиммәтле әйберҙәр килтергәндәре өсөн рәхмәтлемен. 2021 йылда, Ғәзи Заһитовтың 100 йыллығы уңайынан, “Поиск Мияки” эҙләнеү төркөмө (етәксеһе В. Нафиҡов) музейға Бөйөк Ватан һуғышы яландарында табылған 47 экспонат бүләк итте. Архивтар менән күп эшләгәнлектән, халыҡ иҫәбен алыу буйынса байтаҡ материал йыйылған.
— Һеҙҙең төп йүнәлеш — илһөйәрлек тәрбиәләү, һәм музей эшендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына айырым урын бирелгән. Ошо турала һөйләп китегеҙ әле...
— Йыл һайын мәктәп менән берлектә ошо темаға музейҙа асыҡ дәрестәр, тематик экскурсиялар үткәрелә. Февралдә Афған һуғышына арналған саралар ойошторола. Еңеү көнөнә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашабыҙ. Янағошта Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса мемориал төҙөлдө. Бөйөк Ватан һуғышында, локаль хәрәкәттәрҙә, хеҙмәт армияһында ҡатнашҡандарҙың исемлеген төҙөүҙә музей әүҙем эш алып барҙы. Үткән йыл беҙҙә БСТ каналы төркөмө, Еңеүҙең 80 йыллығына арналған марафон сиктәрендә Асҡын, Балтас, Тәтешле, Мишкә, Ҡариҙел, Борай райондары журналистары булып китте. Ғәзи Заһитов һәм музей эше тураһында сюжеттар төшөрөлдө.
2025 йылдың 28 июнендә Мишкә ауылында күргәҙмә ойошторолдо. Унда ҡуйылған төп 35 һәм ете ярҙамсы фонд экспонаттары менән IV “Ер көсө” төбәк-ара этно-мәҙәни патриотик фестиваль ҡатнашыусылары танышты.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлеге мәҙәниәт, сәнғәт һәм рухи үҫеш өлкәһендә һәр кешенең потенциалын тормошҡа ашырыуға, һәләттәрен үҫтереүгә, Тыуған илде яратҡан һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү, шулай уҡ граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль ойошмалар эше менән ҡәнәғәтлек тойғоһон күтәреүгә йүнәлдерелде. Беҙ ошо маҡсатта эшләнек тә инде.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Тарих һаҡланған урын
Тарих һаҡланған урын
Тарих һаҡланған урын
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас