Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Мая , 06:40

Ете бала — ете шатлыҡ

Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле, тиһәләр ҙә, балалы ғаиләләр бер төрлө бәхетле булалыр. Сабыйыңдың беренсе йылмайыуына һөйөнгәнеңде һинеңсә һәр әсә кисерәлер, балаһы илаған саҡта бар әсә лә бер төрлө борсолалыр кеүек. Ә бына был минуттарҙы татыу кемдәлер күберәк, кемдәлер аҙраҡ булыуы мөмкин. Борайҙа йәшәүсе Альбина һәм Фидан Вәлиевтар ғаиләһендә ете сабый тәрбиәләнеп, бындай татлы ла, борсоулы ла миҙгелдәрҙе улар ете тапҡыр кисергән.

Ете бала — ете шатлыҡЕте бала — ете шатлыҡ
Ете бала — ете шатлыҡ


Вәлиевтарҙың беренсе өс шатлығы — Әлфир, Наилә һәм Айвар. Әлфир инде үҙ яҙмышына үҙе хужа, тигәндәй, ата-әсәһенә терәк, ярҙамсы, кәңәшсе лә. Һәр егеткә хас булғанса, армия хеҙмәтендә сынығып, уҡып белем алып, әлеге көндә йыраҡ Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Вахта араһындағы һирәк ялдарҙа ғына тыуған йортона ҡайтһа ла, ул — ата-әсәһенең беренсе һәм ышаныслы таянысы. Наилә бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш, уңған ҡыҙ булды. Мәктәптең йәмәғәт тормошонда ҡатнашҡан, спортта ла байтаҡ уңыштарға ирешкән, уҡыу алдынғыһы булған Наилә 9-сы кластан һуң нефть колледжын уңышлы тамамлап, ата-әсәһенә һис ауырлыҡ килтермәй, Өфөлә юғары уҡыу йортонда бюджет бүлегендә белем ала. Ғөмүмән, әсәһенең уң ҡулы ул — үҙенән кесе туғандарын ҡараша, өй эштәрендә булыша. Ялдарҙа тыуған йортҡа ҡайтып, әсәһенә өй мәшәҡәттәрендә ярҙамлашып китеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Айвар ҙа ағаһы менән апаһынан ҡалышмай. Мәктәптә улар кеүек бары тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште. 9-сы кластан һуң колледжда уҡыуын дауам итте. Унда ла һынатмай, алдынғылар рәтендә була, төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнаша. Спортты ла үҙ иткән Айвар: 2021 йылда карате-киокусинкай буйынса республика чемпионы булған.
Әлеге мәлдә ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп дүрт бала: Эмилия, Эльза, Лия һәм Ансар үҫә. Эмилия тик “5” билдәләренә генә уҡып, 5-се класты тамамлай. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки балаларҙың һәр береһе яҡшы өлгәшә. Эмилия апаһы кеүек, өйҙә әсәһенең уң ҡулы. Ул кескәйҙәр араһында иң өлкәне булғанғамы, бик етди, тәүәккәл, уңған һәм тырыш.
Эльза иһә 1-се класты тамамлай. Уның уҫаллығы ла бар, етеҙ ҙә, шул уҡ ваҡытта өлкән туғандары кеүек бар яҡҡа ла булдыҡлы. Лия әлегә балалар баҡсаһына йөрөһә, төпсөктәре Ансарға бер генә йәш.
Альбина Рим ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ул бик уңған, хәстәрлекле әсә, юғары белемле журналист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, район гәзите редакцияһында яуаплы секретарь булып эшләй. Үҙ эшен яҡшы белгән, вазифаһын яуаплы башҡарған белемле хеҙмәткәр булараҡ, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған. Буш ваҡыттарында китаптар уҡырға яратҡан Альбина Рим ҡыҙы менән ниндәй генә темаға әңгәмә ҡорһаң да, һөйләшеүе, аралашыуы рәхәт.
— Балалар менән уртаҡ тел табаһың килһә, көн һайын белемеңде камиллаштырып торорға кәрәк. Улай итмәһәң, улар менән заманса темаға һөйләшеп булмай. Интернет булыуы айырыуса уңайлы, тиҙ генә донъя хәлдәре менән танышып алам, — ти ул.
“Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр”, тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, заманында атай кеше — колхоз рәйесе, әсәй уҡытыусы булған ғаиләлә, ғөмүмән, китап уҡыу, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, төрлө темаларға һөйләшеү, белемеңде арттырып тороу ғәҙәте булған. Шуға ла Альбина Рим ҡыҙы балаларын нәҡ үҙе үҫкән оялағыса тәрбиәләй. Балалары ла әсәйҙәре шикелле уҡырға ярата, белемле, тырыш.
Ғаилә башлығы Фидан Әлфрит улы күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе “Мир” колхозында 30 йыл баш бухгалтер, атаһы шофер булып эшләй. Фидан Әлфрит улы ла тиҫтә йылдар инде йыраҡ Себер яҡтарында вахта ысулы менән водитель булып хеҙмәт һала.
Вәлиевтар ябай ауыл кешеһенә хас тормош көтә. Барыһы ла етерлек: нур сәсеп торған йылы йорттары, төҙөк ҡаралты-ҡуралары, еләк-емеше, йәшелсәһе менән тулы баҡсалары бар. Туған-тыумасаһын, дуҫ-ишен, күрше-күләнен һәр ваҡыт асыҡ ҡапҡа һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар.
“Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, ти өлкәндәр. Альбина һәм Фидан Вәлиевтар татыу ғаилә булып, һәр сабыйҙың уңыштарына, шатлыҡтарына һөйөнөп, уларҙы бәхетле итергә тырышып, тапҡандың ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, матур тормош көтә.
Фото “Алга” гәзитенән алынды.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Ете бала — ете шатлыҡ
Ете бала — ете шатлыҡ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас