

"Шундай матур, ихлас ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре, йылмайыу һәм шатлыҡ йәштәренә сорналған сағыу, шул уҡ ваҡытта аҙраҡ моңһоу ҙа сара булды. Моңһоу, сөнки беҙ шундай һәләтле, теремек, аҡыллы, тырыш тәрбиәләнеүселәребеҙ һәм уларҙың һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер шундай актив, талантлы ата-әсәләре менән хушлаштыҡ. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ мәктәптә лә һынатмаҫ, яҡшы уҡырҙар, аҡыллы булырҙар, киләсәктә ысын кешеләр, үҙ һөнәренә ғашиҡ белгестәр булыр, тип ышанабыҙ. Тәрбиәселәргә, уларҙың ярҙамсыларына һәм барлыҡ коллективҡа рәхмәт белдерәм", — тине балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина.
Сығарылыш иртәлеге таланттар балҡышына әйләнде: балалар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейене, шаяртты.
Ҙур һәм татыу ғаилә йылында иртәлеккә балалар ата-әсәләре, олатай-өләсәләре менән килеүе үҙе бер ҡыуаныс һәм һоҡланғыс күренеш булды.
Аҡ юл һеҙгә, кескәйҙәр!