Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Мая , 09:35

Һауа торошо ныҡлы боҙола

Һауа торошо ныҡлы боҙола.

Һауа торошо ныҡлы боҙолаҺауа торошо ныҡлы боҙола
Һауа торошо ныҡлы боҙола

Башҡортостанда һауа температураһы ҡырҡа түбәнәйә. Түбәнәйеү 10 градус самаһы тәшкил итәсәк. Һыуытыу менән бергә ямғырҙар ҙа киләсәк. Синоптиктар шаршамбынан, 27 майҙан, һауа торошоноң боҙолоуын фаразлай.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яуым-төшөм 26 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр рәүешендә көтөлә. Шулай ҙа бөгөн көн эҫе килеш һаҡланасаҡ әле.

27 майҙа көндөҙ болотло һауа торошо фаразлана, һауа температураһы +20 градус тәшкил итәсәк. Яуым-төшөм ихтималлығы – 87 процент.

28 һәм 29 майҙа ла болотло, ямғырлы була. 28 майҙа көндөҙ +21, ә 29 майҙа 19 градус ҡына буласаҡ.

28 һәм 30 майҙа төндә +6 градус ҡына булыуы көтөлә.

30 майҙа көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана, һауа +21 градусҡаса йылына.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас