Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
25 Мая , 07:35

Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды

Сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үтеп,  “Йәш студент ғаиләһе — демографик сәйәсәт өҫтөнлөгө” темаһына арналды

Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булдыСтуденттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды

Иҫке Балтас ауылының Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы  һәм Асҡын ауылының Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледждары студенттары  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Танып» шифаханаһы директоры Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов саҡырыуы буйынса “Танып” шифаханаһында экскурсияла булды. Сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үтеп,  “Йәш студент ғаиләһе — демографик сәйәсәт өҫтөнлөгө” темаһына арналды.

 Ҡунаҡтарҙы директорҙың дауалау һәм сервис эше буйынса урынбаҫары Илдар Зөфәр улы Зиннәтуллин ҡаршы алды. Ул йәштәргә шифахана биләмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе, бирелә ниндәй объекттар урынлашыуы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ял итергә килеүселәргә уңайлы шарттар булдырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында һөйләне.

Экскурсиянан һуң Кашшаф Сәйфит улы студенттар менән аралашып, йәштәргә ярҙам саралары, торлаҡ, түләүҙәр темаларына туҡталды, шифаханалағы вакансиялар менән таныштырҙы һәм уҡып бөткәс, эшкә саҡырҙы. Әңгәмә йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булды һәм студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уяттты.

Осрашыуҙан һуң йәштәрҙе шифахана ашханаһында тәмле итеп ашаттылар һәм бассейнға һыу инергә саҡырҙылар. Улар үҙҙәрен бер  аҙға ғына булһа ла  шифаханала ысынлап ял итеүселәр итеп тойҙо. Хушлашҡанда һәр береһенә күстәнәскә «Танып» шифаханаһы цехынанда етештерелгән эсемлектәр  бирҙеләр.

Студенттарға даны республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илгә таралған “Танып” шифаханаһына экскурсия бик оҡшаны.

Илһөйәр Махатова.

Булат Нафиҡов фотолары.

Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Студенттар “Танып”та ҡунаҡта булды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас