

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, 25 майҙа билдәләнеүсе Бөтә донъя ҡалҡан биҙе көнөнә арнап, эндокрин сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эндокринологы Әлиә Насретдинова хәҙерге тиҙлекле заман шарттарында сәләмәтлекте һаҡлауға бәйле кәңәштәрен бирҙе.
Табиптың әйтеүенсә, балансланған туҡланыу сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә ҙур роль уйнай. Йодланған тоҙҙо ҡулланыу, рационға диңгеҙ балығы, грек сәтләүеге, ылымыҡ индереү тәҡдим ителә. Ашҡаҙан аҫты биҙен ҡуҙғытмау һәм матдәләр алмашыныуын боҙмау өсөн “тиҙ углеводтар” һәм трансжирҙарҙы сикләргә кәрәк.
“Даими физик әүҙемлек бик мөһим – йәйәү йөрөү, йөҙөү, зарядка күҙәнәктәрҙең инсулинға ҡарата һиҙгерлеген арттыра һәм гормональ фонды көйләй. Эксперт шулай уҡ йыл һайын скрининг үткәреү кәрәклеген билдәләй. 35 йәштән һуң, йөклөлөктө планлаштырғанда йәки хәлһеҙлек, арыу-талсығыу, тән ауырлығы үҙгәреүе кеүек билдәләр күренгәндә ТТГ (тиреотроп гормоны) һәм глюкозаға ҡан анализы бирергә һәм ультратауыш тикшереүе үтергә кәрәк.
– Ҡалҡан биҙе күҙгә күренмәгән бәләкәй генә ағза булһа ла, уның организмға тәьҫире бик ҙур. Хәҙерге заманда йәшәү көсөргәнешле, ваҡыт етмәй, өлгөрөү өсөн ашығырға тура килә, шуға күрә кешеләр арыуҙарын стресҡа япһара. Ә бының гипотиреоз булыуы ихтимал. Үрҙә әйтелгән анализдарҙы биреү генә лә һеҙҙе ауыр өҙлөгөүҙәр үҫешенән һаҡлаясаҡ.
Эндокрин сирҙәре эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлегенә ҡарай һәм улар йышая бара. Был ҡалҡан биҙе, шәкәр диабеты һәм башҡа етди тайпылыштарға ла ҡағыла. Эндокрин тайпылыштарға килтереүсе төп факторҙар рәтенә йоғошло сирҙәр, нәҫел факторы, башҡа ағзалар һәм системаларҙың хроник сирҙәре, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге, хирургик әмәлиәттәр, ҡайһы бер препараттарҙы ҡабул итеү инә. Эске секреция биҙҙәре етештергән гормондар башҡа ағзалар һәм системаларҙың эшен көйләй. Эндокрин сирҙәр мәлендә матдәләр алмашыныуы боҙола һәм тире, бөйөр сирҙәренә хас булған билдәләр барлыҡҡа килә. Йодланған тоҙ ҡулланыу сабыйҙарҙа һәм бәләкәй балаларҙа эндокрин тайпылыштарҙы һәм нервы системаһы сирҙәрен иҫкәртергә ярҙам итә. Организмдың ихтыяжына ярашлы, кешегә тәүлегенә 150-200 микрограмм йод кәрәк. Уны дүрт-биш грамм йодланған тоҙ тьмин итә ала. Йодланған тоҙ – ғәҙәттәге аш тоҙо (натрий хлориды), уға химик юл менән йодид йәки калий йолаты ҡушыла.
Ауырлы ҡатындар баланың нервы системаһы һәм когнитив һәләттәре үҫешһен өсөн өҫтәмә рәүештә йодлы препараттар ҙа ҡабул итергә тейеш, – тине Әлиә Данис ҡыҙы Насретдинова.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.