Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
24 Мая , 10:15

Яһалма зиһен – тәүлек әйләнәһенә эшләгән "малсы"

Ул хеҙмәткәрҙәрҙең хаталарын да ваҡытында теркәп бара.

Яһалма зиһен – тәүлек әйләнәһенә эшләгән "малсы"Яһалма зиһен – тәүлек әйләнәһенә эшләгән "малсы"
Яһалма зиһен – тәүлек әйләнәһенә эшләгән "малсы"

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың ауыл хужалығы секторына яһалма зиһен индереүҙең аныҡ өлгөләре бар. Ҙур һөт комплекстарында аҙыҡ сығымын контролдә тотоу, етештереү барышына һанлы идара итеү, малдың хәл-торошон күҙәтеү маҡсатында яңы технология әүҙем ҡулланыла. Ғөмүмән, ул бар яҡлап эш сифатын арттырыуға булышлыҡ ҡыла.

Республикаға яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла Өфөләге “Асыҡ агроинновациялар” мәғлүмәт технологиялары компанияһы директоры, Башҡортостандың ит етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр союзы рәйесе Виктор Фрейдин үҙҙәре булдырған программалар тураһында һөйләне.

– Яһалма зиһен, ысынлап та, эш барышын еңеләйтеүгә, шул уҡ ваҡытта сифатты яҡшыртыуға булышлыҡ итә, – ти ул. – Мәҫәлән, предприятиела меңләгән баш мал бар, ә кеше уларҙың һәр береһен бер нисек тә даими контролдә тота алмай. Яһалма зиһен иһә был эште тәүлек әйләнәһенә атҡара. Малдың тәртибен күҙәтә, үҙгәрештәрҙе теркәй, хәүефле осраҡтар тураһында ваҡытында еткерә. Әйтәйек, һыйыр һыуҙы аҙыраҡ эсә, етәрлек ашамай башлай, һауғандан һуң шунда уҡ ята икән, система быны “күрә”.

Виктор Фрейдин әйтеүенсә, яһалма зиһен предприятиелағы хҙмәткәрҙәрҙең дә эш-хәрәкәтен анализлай, хаталарын теркәп бара. Был, әлбиттә, кешегә яза биреү маҡсатына түгел, ә хеҙмәт сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Хеҙмәткәрҙәр быны аңлай, һөҙөмтәлә хаталар ҙа аҙая. Яҡшы эшләгәндәр дәртләндереп тә ебәрелә. Һауым күләме арта, юғалтыуҙар кәмей, тимәк, иҡтисадҡа көс өҫтәлә.

– Яңы быуат башында барыбыҙ ҙа төймәле телефондар ҡуллана торғайныҡ. Аҙаҡ улар урынына смартфондар килде. Хәҙер инде уларһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Тиҙҙән яһалма зиһен менән дә шул уҡ хәл буласаҡ. Эш алымдары яңыра, һөҙөмтәлә тормош сифаты яҡшыра, – ти Виктор Борисович. – Иң мөһиме – заман технологияларын үҙ ихтыяждарың, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дөрөҫ файҙаланырға өйрәнергә кәрәк. Властың эшкә йүнәлеш биреүе мөһим. Был дәүләт идаралығына ла, бизнесҡа ла ҡағыла. Эшмәкәрлегенә заман технологияларын индергән предприятиеларға ярҙам маҡсатында программалар кәрәк. Шул ваҡытта инновацияларға аныҡ ихтыяж барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, беҙ әле тормошобоҙҙо компьютерһыҙ, онлайн банктарһыҙ, “Дәүләт хеҙмәте” порталынан тыш күҙ алдына килтерә алмаған кеүек, киләсәктә яһалма зиһен дә йәшәйешебеҙҙең, иҡтисадтың ғәҙәти өлөшөнә әйләнәсәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас