

Ҡорбан ғәйете — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң, 70 тәүлек үткәс, байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла. Был изге байрамға әҙерлек сиктәрендә мосолмандар йорт-ерҙәрен таҙарта, паклай, мәсеттәрҙе лә йыуып, таҙарта.Төлгөҙбаштар ҙа нәҡ шулай эшләй.
“Ҡорбан байрамы алдынан ауылыбыҙҙың мәсетендә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ағинәйҙәр менән берлектә бик сауаплы эш башҡарҙыҡ.
Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Нәжибә Ҡасимова, килендәштәр Фәнилә, Cания, Фелиза Әхмәтшәеховалар, Зөлфиә Әкмәлетдинова, Зөләйха Яҡупова, Резеда Кәшбуллина, Айһылыу Дәүләтова, Рима Мөхәмәдуллина, Гөлсимә Шәмсиярова, Ирина Вәлиева менән бергәләп мәсетте йыйыштырып, түшәмде, тәҙрәләрҙе, стеналарҙы, иҙәнде йыуып сыҡтыҡ. Балаҫтарҙы ла тышҡа алып сығып элеп, ҡағып, һыулап таҙарттылар. Иман йортоноң имам-хатибы Шамил хәҙрәт Хәбибьянов беҙгә ярҙам итеп торҙо. Хатта 91 йәшлек Мәдехиә апабыҙ ҙа беҙҙең хәлде белеп, үҙенең ярҙамын тәҡдим итеп сыҡты. Был сауаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Яҡынлашып килеүсе Ҡорбан байрамы менән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ!” — тип һөйләне Мөсәллиә Рәхимйән ҡыҙы Фәтхуллина.
Афариндар! Ҡылған изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып ҡайтһын!
Наилә Имаева.