

Хәрби комиссариат бинаһы янында призывниктар, уларҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары йыйылды. Егеттәргә армия хеҙмәтенең характерҙы нығытыу,кәрәкле күнекмәләр алыу һәм Ватанды һаҡлаусылар булыу мөмкинлеге булыуын иҫкәрткән өгөт-нәсихәт һүҙҙәре яңғыраны.
– Армия – ул һәр йәш кешегә үтергә кәрәк булған етди тормош мәктәбе. Һеҙгә, хәрби хеҙмәткә саҡырылған иптәштәр, хеҙмәтегеҙ ваҡытында хәрби бурысыбыҙҙың нимә икәнен, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы кем икәнен аңлауығыҙҙы теләйем. Тоғро һәм батырлыҡ менән хеҙмәт итегеҙ, иптәштәрегеҙ тураһында онотмағыҙ, яҙығыҙ һәм туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, – тип мөрәжәғәт итте егеттәргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева.
Эльза Ҡәҙим ҡыҙы билдәләүенсә, буласаҡ һалдаттарҙы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлыҡтарын түҙеп торорға өйрәтеүсе мәктәп көтә, был, һис шикһеҙ, артабанғы тормошта ла файҙалы буласаҡ.
Наилә Имаева.