Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
24 Мая , 10:20

Өфөлә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы асылды

Өфөлә Миңнеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы эш башланы.

Өфөлә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы асылдыӨфөлә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы асылды
Өфөлә Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы асылды

Өфөлә Миңнеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының үҙәк офисы эш башланы.

Был штаб республика райондарында әүҙем эшләй. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 71-гә еткән.  Шайморатов штабтары 20 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Улар араһында уҡыусы балалар ҙа күп.

Өлкәндәр – эштән һуң, балалар уҡыуҙан һуң бергәләшеп маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, гуманитар конвойҙар әҙерләй, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләренә ярҙамлаша.

Миңнеғәли Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре – МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү мәсьәләһендә беҙҙең төп таяныс”,  – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Өфөләге төп офис көн һайын 9-ҙа асыла һәм 18 сәғәткә тиклем эшләй. Ул Революцион урамындағы 55-се йортта, 105-се бүлмәлә урынлашҡан.

Фото: Радий Хәбиров / соцселтәрҙәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:
Читайте нас