Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
24 Мая , 09:40

Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте  филиалының Ҡариҙел  юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Асҡын участкаһы  юлсылары  Ҡышлауйылға ‑ «Танып» шифаханаһы автомобиль юлы участкаһында туҙған асфальт-бетон япмаларҙы тергеҙеүҙе тамамланы.

Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтландыАсҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды
Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды

 

Ремонтланған участканың оҙонлоғо 900 метр тәшкил итә.
Алдағы этаптарға юл ситтәрен тығыҙлау һәм юл билдәләре ҡуйыу инә. Подрядсы планлаштырылған сараларҙы тулыһынса июнь айында тамамларға ниәтләй.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов юл бригадаһына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм үткәрелгән эштәр район халҡының юл йөрөүҙә  уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген арттырыуға туранан-тура булышлыҡ итә, тип билдәләне.

Наилә Имаева.

Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды
Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды
Асҡын районында Ҡышлауйылға — «Танып» шифаханаһы юл участкаһы ремонтланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас