Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Май , 07:30

Башҡортостан Республикаһы халҡын "тере бомбалар" тактикаһы тураһында иҫкәрттеләр

Украинаның махсус хеҙмәттәре Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында террористик енәйәттәр ҡылыу өсөн “тере бомбалар”ҙы йәлеп итә. Был хаҡта террорға ҡаршы структура вәкилдәре иҫкәртә.

Жителей Республики Башкортостан предупредили о тактике «живых бомб»Жителей Республики Башкортостан предупредили о тактике «живых бомб»
Жителей Республики Башкортостан предупредили о тактике «живых бомб»

“Тере бомба” терминын граждандарҙы “бер генә тапҡыр  башҡарыусылар” сифатында ҡулланыу схемаһы тип аңларға кәрәк. Йыш ҡына кешеләрҙе курьер эше йәки билдәһеҙ предметты илтеп тапшырыуҙы һорап йәлеп итәләр.

Бындай “посылка”ны илткәндә йәки тапшырғанда ул шартларға мөмкин, был осраҡта уны алыусылар ғына түгел, ә башҡарыусылар үҙҙәре лә һәләк була. Белгестәр әйтеүенсә, пенсионерҙар йәки бәлиғ булмағандар ғына түгел, теләһә кем вербовкалау ҡорбаны була ала.

Терроризмға ҡаршы хеҙмәттәр мәғлүмәттәре буйынса, сит ил кураторҙары кешеләргә төрлө йоғонто яһау ысулдарын ҡуллана. Был мутлашыу схемалары, психологик баҫым һәм кешене билдәле бер ғәмәлде башҡарырға күндереү маҡсатында оҙайлы һөйләшеү алып барыу булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта күптәр шартлатҡыс ҡоролма йөрөтөүен аңлап та бөтмәй.

 Башҡортостан халҡына һаҡ булырға, таныш булмаған кешеләрҙең шикле йомоштарын үтәргә риза булмаҫҡа һәм шикле әйберҙәр йәки тәҡдимдәр тураһында киҫекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртәләр.

Автор:
Читайте нас