

Башҡортостанда льготалы категория граждандарҙы махсус туҡланыу продукттары менән тәьмин итеү системаһы үҫеше, сервистарҙы һанлаштырыу, бушлай туҡланыу етештереүен киңәйтеү саралары көйләнгән.
Һанлаштырыу, сервистарҙы үҫтереү был тармаҡтың үҫеүенә юл аса. Башҡортостандың һөт кухняһын ҡулланыусылар өсөн чат-бот булдырылды. Бот Макс мессенджеры платформаһында эшләй.
2025 йылдан учреждение тулыһынса документтарҙы электрон ҡабул итеүгә күсте. Тапшырыуҙың ике ысулы бар. Тәүгеһе –Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы – өҫтөнлөкле канал. Йыл башынан 46431 документтар пакеты ҡабул ителгән. Икенсеһе – “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк. Ул гаджеттар файҙаланыуҙа ҡыйынлыҡтар кисергән граждандарға тәғәйенләнгән. Шул уҡ ваҡыт эсендә 2070 ғариза ҡабул ителгән. Ғариза күп ваҡытты алмай: мәғлүмәттәрҙең күп өлөшө шәхси кабинеттан автоматик рәүештә тултырыла. Ғаризаның статусын эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтеп барырға мөмкин.
Уңайлылыҡ һәм инфраструктура йәһәтенән саралар яйға һалына. 2024 йыл аҙағында “Һөт кухняһы”ның таратыу пункттары сауҙа үҙәктәренә күсерелде. Был продукцияны ҡулланыусылар һәм һатып алыусылар өсөн уңайлы. 2025 йылда автономлы биналарҙан Сауҙа үҙәктәренә 8 таратыу пункттары күсерелгән. Бөгөнгө көндә 63 фирмалы таратыу пункты эшләй, дәүләт дарыуханалары нигеҙендә 6 пункт булдырылған, 65 тораҡ пункттарҙа күсмә таратыу эше ойошторолған.
2026 йылда ла таратыу пункттарын сауҙа үҙәктәренә күсереү буйынса эш дауам итәсәк.
2025 йылдың мартынан Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына үҙгәрештәр индерелде, бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған ташламалы категориялар исемлегенә элек махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар индерелде. Шулай уҡ айырым күрһәтмәгә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ташламаның ваҡыты оҙайтылды.
Һандарға күҙ һалғанда, 2025 йылда 20829 кеше алған, шул иҫәптән 309-ы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ауырлы ҡатындар, 264-е – шундай уҡ ғаиләләрҙән имеҙеүсе ҡатындар, 18663-ө – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, 88-е махсус хәрби операция яугирҙәренең ауырлы ҡатындары, 57-һе – яугирҙәрҙең тормош иптәштәре-имеҙеүсе әсәйҙәр, 1400-ө махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарының өс йәшкә тиклемге балалары, 48-е ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған өс йәшкә тиклемге балалар.
Барлығы эшләү осоронда Башҡортостандың 120 меңдән ашыу кешеһе махсус туҡланыу продукттары алған.
Әйтергә кәрәк, Октябрьский ҡалаһындағы бүлексәлә күләмле реконструкция эшләп, 2024 йылда “Һөт кухня”һы өлкәндәр өсөн һөт продукцияһы сығара башланы. 2025 йылда производство күләме артты.
Былтыр производство күләме түбәндәгесә булған: 3268 тонна һөт – сеймал эшкәртелгән һәм 2585 тонна әҙер продукция етештерелгән. Яңы продукция күләме лә артҡан. Улар 12 төргә етә. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн продукциянан “ғаилә” форматындағы һөт, татлы йогурттар, сырҙар, аҡ май, кондитер изделиеларҙан маффиндар, куличтар, печеньелар, кеүәҫ.
Һатыу географияһы ла киңәйгән: 2025 йыл аҙағында өлкәндәр өсөн продукция “Ашан” һәм “Окей” магазин селтәрҙәре кәштәләрендә барлыҡҡа килгән.
Был тармаҡты үҫтереү йәһәтенән 2025-2026 йылдарҙа түбәндәге эштәрҙе башҡарыу ниәтләнә: Беренсенән, сыр йүнәлешен үҫтереү: йомшаҡ һәм ярым ҡаты сырҙарҙы етештереү - халуми, качота, “Һөт кухняһы” сыры (адыгей сыры). Күләмде айына 1 мең килограмға тиклем еткереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыу.
Икенсенән, ҡымыҙ продуктын етештереү, быйыл бының өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм ҡороу ниәтләнә. Өсөнсөнән, таратыу пункттарын Сауҙа үҙәктәренә күсереү.
2025 йылда Башҡортостандың “һөт кухняһы” проекты федераль кимәлдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы производство бүлексәһенә Федерация Советы ағзалары – социаль сәйәсәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Юлия Лазуткина һәм халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы Иван Новиков килде. Улар республиканың был тәжрибәһенең уникаллеген билдәләне, уны таратыу мөһимлеге тураһында белдерҙе.
“Һөт кухняһы” хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы эксперттары сифатында ла саҡырыла. Учреждениеның әйҙәүсе белгестәре граждандарҙың льготалы категорияларын махсус аҙыҡ -түлек менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, бушлай туҡланыуҙы таратыу буйынса дәүләт стандарттарын әҙерләү буйынса эксперт советына индерелгән.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
- Беҙҙең “Һөт кухняһы” – әүҙем үҫеүенә шатмын. Уны беҙ 2019 йылда булдырҙыҡ һәм бөгөн ул Рәсәйҙә иң эреләрҙән һанала. 2023 йылда ғына республикабыҙ цехтарында яҡынса 1 миллион порция төрлө һөт ризығы етештерҙек.
Татьяна БАЛАШОВА, Башҡортостан Республикаһының “Һөт кухняһы” дәүләт автономлы учреждениеһының Тәғәйенләү һәм социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы:
– “Һөт кухняһы” бушлай туҡланыуҙы ҡулланыусыларға ярҙам өсөн үҙенең чат-ботын эшләтеп ебәрҙе. Боттағы мәҡлүмәттәр бер нисә бүлек буйынса бүленгән: документтарҙы беренсел рәсмиләштереү, уларҙың ваҡытын оҙайтыу; Дәүләт хеҙмәттәре порталының эше менән бәйле һорауҙар, аҙыҡты биреү тәртибе, продукцияны биреү нормаһы, адрестар, пункттарҙың эш графигы һәм башҡалар. Һәр бүлектә һорау буйынса ентекле мәғлүмәт, һылтанмалар, инструкциялар бирелгән. Әгәр файҙаланыусыла асыҡланмаған һорауы ҡала икән, операторға тоташыу мөмкинлеге бар, ул эш көнө дауамында яуап бирәсәк. Бот Макс мессенджеры платформаһында эшләй. Эҙләү юлында “Молочная кухня консультант” тигән һүҙҙәрҙе яҙып та уны табып була.
Бынан тыш тейешле мәғлүмәтте учреждениеның Бәйләнештә социаль селтәрендәге рәсми сайтында ла табырға мөмкин.
Чат-ботты эшләтеп ебәреү – сервисты яҡшыртыу һәм мәғлүмәтте оператив еткереү буйынса планлы рәүештә алып барған эш этаптарының береһе. Килгән шылтыратыуҙарҙы анализлау барышында файҙаланыусылар биргән һорауҙарҙың төп категорияһы асыҡланды. Уларҙы оператив рәүештә хәл итеү – чат-бот алдындағы төп бурыстарҙан һанала. 2026 йыл башына учреждение ошо бурысты тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.
Фото: Башҡортостан Республикаһының “Һөт кухняһы” дәүләт автономлы учреждениеһынан.
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-05-22/t-kuhnya-y-nan-ullanyusylar-arta-4696170