Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Мая , 09:30

Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр

Ҡубияҙ ағинәйҙәре Халыҡ-ара сәй көнөнә арнап,  тәбиғәт ҡосағында  — "Изге шишмә"лә  “Сәй байрамы” үткәрә.

Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләрҮлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр

Сәй – башҡорттоң иң төп милли эсемлектәренең береһе. Башҡорттар йөҙәр йылдар дауамында сәй ҡулланған, уны шулай уҡ файҙалы дарыу үләндәрен ҡушып та эскәндәр.

Ошо йоланы дауам итеп,  Зөһрә Туҡтағолова етәкселегендә Ҡубияҙ ауылы ағинәйҙәре  Ҡубияҙ ауыл китапханасыһы Гөлүзә Закирова менән берлектә “Изге шишмә” гә барып, бик фәһемле һәм күңелле байрам  үткәрә.  Зөһрә Морат ҡыҙы барыһын да сәләмләп, Сәй көнө үткәреү тарихы менән таныштырып, сәйҙәрҙең шифаһы тураһында  һөйләй.

Сара барышында киптерелгән дарыу үләндәре күргәҙмәһе менән дә таныштыралар. Һәр ағинәй  үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән шифалы үлән сәйен  алып килеп, уны әҙерләү ысулы, файҙаһы тураһында  һөйләп, үлән сәйҙәренең бик күп сирҙәргә дауа икәнен еткерә. Һәр үлән сәйен  төнәтеп, тәмләп та ҡарайҙар.

Үҙебеҙҙә үҫкән еләк-емештәрҙең дә файҙаһын онотмаҫҡа кәңәш итә ағинәйҙәр.

Оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй, мөғәллимә  Әнфизә Исламгәрәй ҡыҙы Хәтипйәнова Ҡөрьән  аяттары уҡып, ил-көнөбөҙҙөң тыныс, имен булыуын, бөгөн махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәрҙең иҫән-имен Еңеү менән тыуған  йорттарына, ғаиләләренә ҡайтыуын теләп, бергәләп доға ҡылалар.

Сара һуңында  сәй табыны әҙерләп,  сәй эсеп, һөйләшеп ултыралар, алдағы көндәргә эш  планы буйынса фекерҙәре менән дә уртаҡлашалар.

Сәй байрамы күңелле лә, файҙалы ла үтә.

Наилә Имаева.

Зөһрә Туҡтағолова фотолары.

 

Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Үлән сәйҙәрен яһау серҙәре менән бүлешәләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас