Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
21 Мая , 04:40

Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Министр Илшат Фәзрахманов тармаҡтағы яңы алымдар тураһында һөйләне. 

Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таянаАуыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна
Ауыл хужалығы ла яһалма зиһенгә таяна

Төбәк агросәнәғәт комплексына бөгөн һанлы ҡарарҙар әүҙем йәлеп ителә. Был эш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров маҡсат итеп ҡуйғанса, хеҙмәтте еңеләйтеүгә, сифатын яҡшыртыуға, йәшәйеште уңайлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төбәк агросәнәғәт комплексында әле алты мең берәмек техника навигация системаһы менән йыһазландырылған. Утыҙҙан ашыу дрон баҫыуҙарҙы тикшереүҙә, эшкәртеүҙә ярҙам итә. Уларҙың иҫәбен 2030 йылға тиклем 150 – 200-гә еткереү ҡаралған. Автоматлаштырылған мелиоратив системалар һәм метеостанциялар баҫыуҙарҙы һуғарыуға аныҡ идара итеү, эштәрҙе планлаштырыу мөмкинлеген бирә.

Малсылыҡта роботлаштырылған 37 система ҡулланыла. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы “Красная Башкирия” ауыл хужалығы етештереү кооперативында 240 һыйырҙы бер генә һауыу роботы операторы хеҙмәтләндерә. “Был яһалма зиһенде ҡулланыу өсөн киң мөмкинлектәр аса: ул индерелгән һанлы ҡарарҙар нигеҙендә теге йәки был технология операцияһының ҡулайлы тактикаһын һәм стратегияһын төҙөргә ярҙам итәсәк, – ти Илшат Фәзрахманов. – Ресурстар ҙа экономияланасаҡ, гарантияланған һөҙөмтә лә буласаҡ. Был барыһына ла ҡағыла: иген уңышына ла, һауын күләменә лә, продукция сифатына ла. Ваҡыт – аграрийҙар өсөн юғары ҡиммәткә эйә ресурс. Айырыуса әлеге эш миҙгелендә. Һәм нәҡ яһалма зиһен беҙгә ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҙ сығымдар менән юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк”.

Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, әле үк “Таврос” агрохолдингы предприятиеларында малдарҙың һаулығын күҙәтеүҙә компьютер булышлыҡ ҡыла, яһалма интеллект иһә йыһандан төшөрөлгән һүрәттәрҙе анализлай һәм баҫыуҙарҙағы проблемалы участкаларҙы асыҡлай.

Был эшкә фән дә йәлеп ителгән. Башҡортостан дәүләт аграр университеты бизнес менән берлектә һанлы селекция һәм фенотиплаштырыу буйынса эш алып бара, шулай уҡ Яһалма зиһен лабораторияһында, Агротехнологиялар үҙәгендә белгестәр әҙерләй.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы төркөмөнән.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас