Йәнтөйәк
+19 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Мая , 06:30

Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса бурыстарҙы билдәләне

19 майҙа Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашты.

Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса бурыстарҙы билдәләнеРадий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса бурыстарҙы билдәләне
Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса бурыстарҙы билдәләне

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәге майҙансығында үткән сараға 250-гә яҡын кеше – дәүләт власы органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәғариф, ауыл хужалығы, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, банк өлкәләрендә эшләүсе предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре – йыйылды.

Төбәк етәксеһе иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һәм дәүләт идаралығына яһалма зиһен технологияларын системалы индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Республиканың идара итеү командаһын ни өсөн хөрмәт итәм – көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡарамаҫтан, үҫешкә һәр саҡ ваҡыт табабыҙ. Ә лидерлыҡ стратегик фекерләүҙе һәм новаторлыҡ алымдарын күҙ уңында тота, – тине республика Башлығы. – Яһалма зиһен киләсәк технологияһы булыуҙан туҡтаны һәм төбәктәр өсөн конкурентлыҡ һәләтенең үтә кәрәкле ҡоралына әүерелә. Йә был өлкәлә эшләйбеҙ һәм уңышҡа өлгәшәбеҙ, йә күпкә артта ҡалабыҙ.

Радий Хәбиров Башҡортостанда Һанлы трансформация һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереү буйынса совет булдырыу, шулай уҡ абруйлы федераль эксперт Олег Лиҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү тураһында иғлан итте.

– Башҡортостанда яһалма зиһен бөгөн эшләй ҙә инде. Беҙ «нулдән» башламайбыҙ, республиканың яҡшы базаһы бар. Медицинала яһалма зиһен лаборатория диагностикаһында, компьютер томографияһын, магнит-резонанс томографияһын, рентген-һүрәттәрҙе анализлауҙа һәм Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған «Һанлы ФАП» проектында ҡулланыла. Сәнәғәттә яһалма зиһен – скважиналарҙы контролдә тотоу һәм авиация деталдәрен сығарыуҙың аныҡлығы маҡсатында, ә ауыл хужалығында процестарҙы автоматлаштырыу һәм аналитика өсөн файҙаланыла, – тине төбәк етәксеһе. – Яһалма зиһенде бер нигә ҡарамай индерәсәкбеҙ. Үҙгәрештәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү булыр, бигерәк тә дәүләт идаралығы системаһында. Әммә беҙ ҡәтғи һәм системалы эш итергә ниәтләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡтарға һәм ведомстволарға яһалма зиһенде индереүҙең аныҡ йүнәлештәрен билдәләргә һәм үҙҙәренең һанлы трансформация программаларын тәҡдим итергә ҡушты.

– Фрагментар уңыштар ғына етмәй. Бөтөн инфраструктура, экосистема һәм, асылда, IT-компаниялар һәм яһалма зиһен ҡарарҙарын эшләүселәр өсөн ҡулланыу баҙары булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тағы бер бурыс – йәмғиәттең яһалма интеллектҡа ышанысын формалаштырыу һәм уның практик файҙаһын аңлатыу. Бының өсөн күләмле мәғлүмәт-аңлатыу кампанияһы үткәрергә планлаштырабыҙ. Мәктәптәргә һәм педагогтар әҙерләүгә, һанлы технологиялар менән бәйле, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ.

Радий Хәбиров шулай уҡ, Башҡортостан «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының «Яһалма интеллект» башланғысы сиктәрендә ярҙам алыу өсөн федераль программаларҙа һәм пилот проекттарында ҡатнашырға ниәтләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Хыялланыуҙан ҡурҡмаҫҡа һәм яһалма зиһен мөмкинлектәрен тикшереүҙән аныҡ ҡарарҙарға һәм ғәмәлдәргә күсергә тәҡдим итәм. Беҙҙең сессияның һөҙөмтәһе булып Башҡортостанды һанлы транформациялау буйынса ҙур системалы эште башлап ебәреү торорға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлыға. – Яҡын арала яһалма зиһенде иҡтисадтың бөтә төп өлкәләренә индереүҙең тулы программаһын әҙерләйбеҙ. Был йүнәлешкә ҡеүәт өҫтәйәсәкбеҙ.

***

Сара аҙағында Радий Хәбиров ҡатнашыусыларға йөкмәткеле сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Нимә хаҡында һөйләшеп килешәбеҙ, шуны мотлаҡ тормошҡа ашырыбыҙға ышанам. Яһалма зиһен технологияларын үҫтереү буйынса ҙур программа булдырабыҙ. Был финанслау сығанаҡтарын һәм тормошҡа ашырыуҙың эҙмә-эҙлекле этаптарын үҙ эсенә алған етди документ буласаҡ, – тип йомғаҡ яһаны республика Башлығы. – Был стратегик сессия структуралыраҡ һәм системалыраҡ эшкә импульс бирәсәк.

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе яһалма зиһен һәм һанлы трансформация технологияларын үҫтереүҙә дәүләттең төп ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

– Республиканың идара итеү командаһы был процестарға әүҙемерәк ҡушылырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ яһалма зиһен ҡарарҙарҙың иҡтисадтың һәм тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инеүен күрәбеҙ һәм уларҙы ҡулланыуҙың сағыу миҫалдарын билдәләйбеҙ.

https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-bashortostanda-yaalma-ziende-indere-buyynsa-tp-burystary-bildlne/

Автор:
Читайте нас