Йәнтөйәк
-4 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Мая , 08:55

Барыһы ла һаулыҡ хаҡына

Бөрө ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан” тигән төбәк  күсмә сара уҙғарылды. Унда Бөрө, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары, Бөрө, Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Барыһы ла һаулыҡ хаҡынаБарыһы ла һаулыҡ хаҡына
Барыһы ла һаулыҡ хаҡына

 

                Платформа муниципаль ойоштороу комитеттары рәйестәрен, “Айыҡ ауыл” VII Республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы, 2019 йылдан алып был конкурстың еңеүсе вәкилдәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйестәрен йыйҙы. Унда хөрмәтле ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы)” Башҡарма комитеты ағзаһы, БДМУ профессоры Сәлиә Мырҙабаева, етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Яҡутстан (Саха) Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Айыҡлыҡ биләмәһе” методик ресурс үҙәге етәксеһе Елена Колесникова (онлайн),  Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова һәм башҡалар ҡатнашты. Сара Рәсәйҙә “Халыҡтар берҙәмлеге йылы” һәм Башҡортостанда иғлан ителгән “Ҙур һәм татыу ғаилә йылы” темалары менән тығыҙ бәйләнештә алып барылды.

                Эшлекле һөйләшеү “Һаулыҡ хаҡына хеҙмәттәшлек: сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа төбәк-ара тәжрибә уртаҡлашыу” темаһына башланды. Алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләүгә ҡарата төбәктә булдырылған закондар, был мөһим эштә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының роле һәм әһәмиәте тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Айыҡ Башҡортостан” проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләне. Ул һуңғы йылдарҙа төбәктә һәм федераль кимәлдә алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү һәм контрафакт продукцияға ҡаршы көрәштә яңы сараларҙың әүҙем эшләүен һәм ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Был инициативалар үҙ емешен бирә башланы. Мәҫәлән, республика законы 62-се статья менән тулыландырылды. Унда алкоголь продукцияһын төбәк биләмәһендә һатыу ваҡыты, шарттары һәм урындары өсөн өҫтәмә сикләүҙәр билдәләнде. Билдәле көндәрҙә – Яңы йыл каникулында, Йәштәр көнө, Белем көнө байрамдарында, Һуңғы ҡыңғырау, һабантуйҙар үткәрелгән көндә алкоголь һатыу сикләнде. Был саралар республика халҡы тарафынан ыңғай ҡабул ителде”, – тине Рөстәм Рифат улы.

                Ул шулай уҡ Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда республикала алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмеүе, үткән йылға ҡарағанда күрһәткес 200 осраҡҡа ҡыҫҡарыуы, бындай сикләүҙәр арҡаһында күп халыҡ йыйылған сараларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтеүе, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу менән бәйле йәрәхәтләнеү, хроник ауырыуҙарҙың, һәм иң мөһиме – үлем осраҡтары кәмеүе күренеше күҙәтелеүен билдәләне. 

 

                “Миллиәт һаулығы ауылдан башлана: Роспотребнадзор позицияһы” тигән темаға доклад менән Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны. Саха (Яҡутстан) Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Айыҡлыҡ  биләмәһе” методик ресурс үҙәге етәксеһе Елена Колесникова алкоголгә ҡаршы сәйәсәт тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова ауылда сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙа йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында һөйләне. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов районда сәләмәт тормош мәҙәниәтен формалаштырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Ниля Белобородова халыҡта сәләмәт тормош рәүеше мәҙәниәтен формалаштырыуҙа медицина колледждарының роле хаҡында һөйләне. “Алкоголһыҙ трактир”ҙа йәштәргә һәм һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарына лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.

 

                “Күп милләтле Башҡортостан: ырыу һәм ғаилә тарихында кеше” секция эшендә шәхестең тарихты тыуҙырыуҙағы роле тураһында һүҙ алып барылды. 

                Бөрө тарих музейы директоры Антон Антонов Бөрө өйәҙ ҡалаһының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Зилара Хәмитова Башҡортостан Республикаһы Милли музейы эшмәкәрлеге миҫалында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм патриотик киңлекте формалаштырыуҙа социаль институт булараҡ музейҙың әһәмиәте, тарих фәндәре кандидаты Илшат Миңлебаев Башҡортостан Республикаһы Милли архивында һаҡланған документтар, уларҙың шәжәрә төҙөүҙә дөрөҫ ҡулланыу юлдары, Бөрө районы Николаевка ауылы китапханасыһы Валентина Сайпушева ауылда ойошторолған мәғариф һәм мәҙәни ағартыу эштәре, филология фәндәре кандидаты, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡынова Һ.Дәүләтшинаның музей-кабинеты эшмәкәрлеге, яңы экспонаттар тураһында йөкмәткеле мәғлүмәт бирҙе. 

 

                Был секцияла төбәкте өйрәнеүселәрҙең сығыштары ла йөкмәткеле булды. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, ҡала тормошонда ҡайнап йәшәүсе Лена Хаҡова күренекле башҡорт композиторы Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәшировтың тормошондағы билдәһеҙ биттәрҙе асһа, Ыласынтау ауыл биләмәһе башлығы Фидират Гәрәев ауылдашы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Зыя Нурыев тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Сығыштан һуң “Ауылдан Кремлгә ҡәҙәр” юл үтеп, 20 йыл республика, егерме йылдан ашыу Рәсәй халҡы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән легендарь шәхес Зыя Нурый улының исемен мәңгеләштереү, уға ярашлы Бөрөлә һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме хупланды.

               

                Төньяҡ-көнбайыш райондарынан килгән вәкилдәрҙең рухлы сығыштары күңелгә хуш килде. Яңауыл районынан Уран ырыуы башҡорттарының ҡор башлығы Зифиль Фәрхетдинов Уран ырыуы башҡорттарының теле һәм тарихи тураһында төплө фекерҙәрен еткерҙе. Ҡашҡа ауылынан мәғариф ветераны, Балыҡсы ырыуы башҡорттарының ҡор башлығы Наил Хәйруллин Асҡын районында этнотуризм ойоштороу мөмкинлектәре менән бүлеште. Уның 6-сы класта уҡығанда уҡ үҙенең ғаиләһе, һуңыраҡ  Ҡашҡа ауылы нәҫеле шәжәрәһен төҙөүе һоҡланыу уятты.

 

                Сара сиктәрендә “Сәләмәтлек поезы”нда шифалы үҫемлектәр, фито-сәйҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бөрө кооператив техникумы студенттары коктейль-шоколадтар, ә Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжы шифалы үләндәрҙән яһалған сәйҙәр менән һыйланы.

               

                Төшкө аштан һуң пленар ултырышта VII Республика “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларын бүләкләү, 2026 йылғы “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен тәбрикләү сараһы концерт номерҙары менән аралашты. Әһәмиәтле һәм мөһим сара ҡалаға экскурсия менән тамамланды.

Ғәлиә Ғәниева.

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас