

Закира Хатмулла ҡыҙы етәкселегендә әүҙем ағинәйҙәр һәм мәсеткә йөрөүсе апайҙар мәсет территорияһын һепереп, сүптәрен таҙартып, утап, тәртипкә килтерҙе, бордюрҙарҙы аҡланы.
Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре сәскәләр ултыртып, һыу һибеп, мәсет ихатаһына яңы һулыш өрҙө.
Мәсеттә эштәрҙе ойоштороусы ағинәй Рәзимә Мәғсәт ҡыҙы бар эште контролдә тотоп, эш өсөн кәрәк-яраҡтарҙы хәстәрләп торҙо. Ә матур-матур сәскә ужымдарын Зилә Сабитова менән Әдисә Хамматова алып килде.
Ултыртҡан сәсәкләр үҫеп, мәсеткә килеүселәрҙе ихлас сәләмләп, матурлыҡ һәм сафлыҡ өләшеп торһон.
"Бергәләп тотонғас, эш ырамлы барҙы. Өмәгә килеүселәргә ҙур рәхмәт. Алда ла берҙәм булайыҡ!" — тип рәхмәт белдерҙе барыһына ла Рәзимә Мәғсәт ҡыҙы.