

Сығышы менән Ҡыйғаҙы ауылынан булған Ансар Мөбәрәкшин махсус техника һәм ағас йығыусылар алып килеп ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ ҡыйғаҙылар ҙа үҙҙәренең тракторы, йөк машиналары менән эшкә ҡушылды. Зур техника бер көнгә генә бирелгәнлектән, эш кискә тиклем барҙы.
Бындай ҙур өмәләр берҙәмлек менән генә башҡарыла. Ауыл ағинәйҙәре өмәселәр өсөн өҫтәл әҙерләп, төшкө аш менән һыйланы. Берҙәм тырышлыҡ менән планлаштырылған бөтә эштәр ҙә үтәлде.
Үткән йылда ла ҡыйғаҙылар бындай өмәләр үткәрә ине. Былтыр көҙ үҙ көстәре менән зыярат юлын ремонтлағандар.
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы төҙөкләндереү буйынса планлы һәм әүҙем эш алып бара. Бөгөнгө көндә Ҡыйғаҙы ауылы зыяраты (8 гектар ерҙе тәшкил итә) төҙөкләндереү йәһәтенән районда иң ҡараулыларҙың береһе булып тора.
Петропавловка ауыл биләмәһе хакимиәте ошо изге ҙур эште ойоштороусыларға: ауыл старостаһы Рәмил Вәлинуровҡа, Ансар Мөбәрәкшинға һәм ауылдың әүҙем халҡына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Илһөйәр махатова.
Альбирт Ҡәҙимов фотолары.