Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Мая , 04:30

Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»

Бөгөн – Пионерҙар көнө. Тормошоноң бер өлөшөндә ошо бурысты атҡарған, “Һәр ваҡыт әҙер!” тип гел теүәллеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған замандаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Пионерҙар көнө уңайынан Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә фәһемле сара үткәрәләр.

Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»

1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында пионерия отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.

Был иҫтәлекле дата хөрмәтенә  Табаҫҡытамаҡ ауылы  мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре  буйынса  кәңәшсеһе Эльза Фәметдинова «Беренселәр хәрәкәте» әүҙемселәрен, 5-се – 9-сы  класс уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы  берләштергән фәһемле һәм әһәмиәтле осрашыу ойошторҙо.

Тәжрибәле уҡытыусы Фларида Шәйхуллина  балалар менән мәктәп йылдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, пионер һәм октябрь хәрәкәте хаҡында һөйләне, архив фотоларын күрһәтте һәм быуындарҙы берләштергән ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрҙө.

"Беренселәр  хәрәкәте"  активисы Виктория Зихина беренсел бүлексәләр конкурсында ҡатнашыуы һәм хәҙерге йәштәр хәрәкәтенең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.

 «Рәсәй бөркөтө» программаһының остазы Максим Зәйдуллин билдәләүенсә, «Беренселәр  хәрәкәте»ндә ҡатнашыу балалар алдында таланттарҙы үҫтереүҙән алып үҙ башланғыстарын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуға тиклем ҙур мөмкинлектәр аса. Бындай осрашыуҙар быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалырға, йәштәргә иң яҡшы йолаларҙы еткерергә һәм балаларҙы яңы изге эштәргә, әүҙемлеккә һәм илһөйәрлеккә илһамландырырға ярҙам итә.

Теманы дауам итеп...

В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһына 1922 йылдың 19 майында нигеҙ һалына: ВЛКСМ-дың II Бөтә Рәсәй конференцияһында барлыҡ урындарҙа пионерҙар отрядтары булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә.Совет мәлендә был көн уңайынан “Ленин дәрестәре” уҙғарыла; звенолар, отрядтар, дружиналар араһында уҡыу, спорт йәһәтенән өлгәш, металлолом, макулатура йыйыу һ.б. буйынса ярыштарға йомғаҡ яһала; парадтар, митингтар, сборҙар, концерттар, конкурстар үткәрелә; алдынғы уҡыусылар бүләкләнә, кис пионерҙар усағы яғыла.Дөйөм алғанда, СССР ваҡытында Пионерҙар көнө совет балаларының иң төп байрамдарының береһе һанала.Билдәле булыуынса, ҡайһы бер белем усаҡтарында был йола әле лә һаҡлана, нигеҙенә илһөйәрлек тәрбиәләү һалынған балалар ойошмалары, хәрәкәттәре эшләй. 

  • Пионерҙарҙың атрибуттары.
  • Пионер галстугы – ҡыҙыл төҫтәге муйынға бәйләй торған косынка. Үҙенең билдәле бер бәйләү тәртибе бар. Галстуктың өс мөйөшө 3 быуындың айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата: комунист, комсомол һәм пионерҙың. Шулай уҡ значоктары ла булған. Һәр бер пионер галстук, значок тағып йөрөргә тейеш булған һәм уны йыуып, үтекләп дөрөҫ итеп бәйләп йөрөткән. Мәктәпкә галстукһыҙ килеү оят һыналған.
  • Артабанғы атрибут- пионер салюты. “ Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер”, -тип яуап биргән.
  • Пионерҙарҙың үҙ формаһы ла булған: өҫ яғы аҡ, аҫты күк.
  • Тимәк, пионерҙар формаларын кейеп, галстук, значок тағып, бөхтә кейенеп йөрөгән.
  • Сафҡа алынған саҡта тантаналы рәүештә пионер антын ятлағандар.
  • Ҡағиҙә, закондары түбәндәгесә яңғыраған:
  • Пионер –ышаныслы дуҫ, өлкәндәрҙе ихтирам итә, кескәйҙәргә өлгө, һәр эшен намыҫ менән башҡара
  • Тәртипле, дөрөҫлөк яҡлаусы
  • Эшһөйәр һәм һаҡсыл
  • Пионерҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү, тормоштарын ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн төрлө саралар үткәрелгән: концерттар, спорт ярыштары, походтар һ.б.
  • Ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылған:
  • -макулатура, металлалом йыйылған,
  • - оло кешеләргә ярҙам башҡарылған,
  • - хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән.
  • Ғөмүмән, пионерҙар һәр ваҡыт файҙалы эш менән мәшғүл булған.
  • Илебеҙ өсөн иң ауыр булған көндәрҙә лә пионерҙар һынатмай. Улар уҡырға ла, ололар менән бер рәттән колхозда эшләргә лә өлгөрәләр: ер һөрәләр, иген игәләр, бесән эшләйҙәр. Көҙ көндәре баҫыуҙа ҡалған игенде сүпләп, 1-2 биҙрә итеп колхоз келәтенә тапшыралар. Бигерәк тә иген утауҙа пионерҙарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур була. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән 14-15 сутый ерҙәге билсән һәм башҡа ҡый үләнде ҡулдары менән йолҡоп таҙарталар.
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Быуындар осрашыуы: «Пионер — Беренсе — Остаз»
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас