Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Мая , 09:14

Асҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһында

Зиннәтулла Хисмәтуллин исемендәге Урмияҙ мәктәбенең 10-сы класс  уҡыусыһы Роза Камалетдинова «АгроНТРИ - 2026» халыҡ-ара конкурсының ситтән тороп уҡыу этабында ҡатнашып, призер була.

Асҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһындаАсҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһында
Асҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһында

 

Конкурс этабы һайланған номинация буйынса дистанцион тест үткәреүҙе үҙ эсенә ала, ул теоретик әҙерлекте һәм предмет компетенцияларына эйә булыу кимәлен тикшереүгә йүнәлтелгән.

Роза конкурсҡа ныҡлы әҙерләнеп,  маҡсатсанлыҡ һәм юғары белем кимәлен күрһәтә. Әҙерлек барышында ул махсуслаштырылған әҙәбиәтте өйрәнә, практик заданиелар эшләй һәм остазы Миләүшә Альберт ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә системалы шөғөлләнә.

Розаны лайыҡлы һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ һәм уның остазына уҡыусыһын яҡшы әҙерләгәне,  ярҙамы һәм уңышҡа өлгәшеүгә индергән өлөшө өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ!

Артабан да еңеүҙәр, яңы ҡаҙаныштар һәм фән, технологиялар, агроинновациялар өлкәһендә ышаныслы асыштар теләйбеҙ!

 

Асҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһында
Асҡын районы - «АгроНТРИ-2026» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыусылар араһында
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас