Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
18 Мая , 06:40

Сертификаттар тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡ

Хәҙерге ваҡытта “Лепс” хеҙмәттәштәре менән бергә Запорожье өлкәһендә хәрби бурыстарҙы үтәй.

Сертификаттар тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡСертификаттар тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡ
Сертификаттар тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡ

Баҡалы районынан “Лепс” позывнойлы яугир БПЛА ротаһының өлкән мастеры булып хеҙмәт итә. Ул Оборона министрлығы менән контрактты үткән йылдың ноябренән төҙөгән. Хәҙерге ваҡытта “Лепс” хеҙмәттәштәре менән бергә Запорожье өлкәһендә хәрби бурыстарҙы үтәй.

Яугир белдереүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары бөгөнгө заманда төп хәрби ҡоралдарҙың береһенә әүерелде. БПЛА операторҙары хәҙер иң кәрәкле белгестәр рәтендә: бүлексәләрҙең һөҙөмтәле эшләүе уларҙың әҙерлегенә, техник белемдәренә бәйле. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә айырыуса белем юғары баһалана. Заманса техника менән эшләү, шул иҫәптән программалаштырыу етди әҙерлек талап итә. Белгестәр төрлө дрондарҙы үҙләштерергә, шулай уҡ ныҡлы психикаға эйә булырға тейеш.

Шуныһы ла бар: һәр кандидат шунда уҡ дрон операторы булып китмәй. Башта ул уҡытыу часында әҙерлек үтә.

-Башта беҙ бер ай уҡыныҡ: осороу, идара итеү, бүлексә менән элемтә тотоу алымдарын үҙләштерҙек. Унан туранан-тура хәрби операция зонаһына ебәрҙеләр, унда Көньяҡ хәрби округтың пилотһыҙ системалар буйынса уҡыу үҙәктәренең береһендә уҡыуҙы дауам иттек. Беҙ барлыҡ нәмәлә “осорға” өйрәндек: разведка коптерҙарынан алып удар FPV-дрондарға тиклем. Алған белемдәр, тәжрибә һәм, әлбиттә, сертификаттар тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡ, - ти “Лепс”.

Сығанаҡ: "Ҡызыл таң"

Автор:
Читайте нас