Бәйге етенсе тапҡыр үтте, аҡсалата сертификаттар һәм дипломдарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Быйыл бәйгенең муниципаль этабында 52 районда 845 ауыл ҡатнаша. Республика этабына 52 ауыл сыға. Уларҙың һәр береһендә айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән күп саралар уҙа. 52 ауыл араһынан жюри ағзалары түбәндәге ауылдарҙы еңеүсе тип билдәләй.
“Бәләкәй ауылдар” номинацияһында өсөнсө урынды Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылы, икенсе урынды Борай районының Яңы Йәлдәк ауылы, беренсе урынды Асҡын районының Гөмбә ауылы яуланы.
“Уртаса ауылдар” номинацияһында өсөнсө урынға — Бүздәк районының Ҡаран ауылы, икенсе урынға — Ҡалтасы районының Кәкүш ауылы, беренсе урынға Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылы лайыҡ булды.
“Ҙур ауылдар” номинацияһында Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы — өсөнсө, Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылы икенсе яуланы, ә Ейәнсура районының Өмбәт ауылы лидер булды.
“Эре ауылдар” номинацияһында Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы — өсөнсө, Өфө районының Николаевка ауылы – икенсе, Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылы беренсе урын алды.
– Был ғәжәп конкурс, ул беҙҙең бөтә ышанысты аҡланы. Кешеләрҙә айыҡ йәшәү рәүешенә ынтылыш килеп сыға, команда характеры барлыҡҡа килә. Күңелдә яҡшылыҡҡа ышаныу тыуа. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт. Олоһо ла, кесеһе лә унда ҡатнаша. Муниципалитет башлыҡтары бәйге өсөн ныҡ тырыша, — тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы конкурста ҡатнашып, район этабында еңгән һәм республика этабында яҡшы сығыш яһаған, әммә еңеүселәр рәтенә инмәгән тағы бер ауылды бүләкләргә булды. Был – Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы. Ауыл халҡы конкурста еңһә, һыу үткәргес эшләргә теләгән. Әммә саҡ ҡына балдары етмәгән.
– Мин конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ тәҡдим индергем килә. Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы бик яҡшы заявка әҙерләгән, улар һыу үткәргес эшләргә теләгән. Мин финанслау сығанағын табасаҡмын, һыу үткәргес эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Конкурс тураһында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һөйләне. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко уның ҡатнашыусыларына видеосәләм ебәргән. Унда Башҡортостандың “Айыҡ ауыл” проекты сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышты арттырыуҙың һәм халыҡ араһында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүҙең уңышлы миҫалдарының береһе булып тора тип билдәләне.
Фекер
Динис Йосопов, Асҡын районы хакимиәте башлығы:
— “Айыҡ ауыл” республика конкурсында беренсе урын яулау — Гөмбә ауылы халҡының, йәмәғәтселәрҙең, йәштәрҙең һәм үҙҙәренең бәләкәй ватанын ихлас яратҡан һәм уның үҫешенә ҙур көс һалған кешеләрҙең берҙәм эшенең һөҙөмтәһе булды. Конкурс йомғаҡтары буйынса өс миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Аҡса ауылды артабан төҙөкләндереүгә һәм мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
Бер нисә йыл дауамында беҙҙең район был абруйлы конкурста лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтә. Төлгөҙбаш һәм Әмир ауылдарының — беренсе, Солтанбәк ауылының — икенсе, Ҡарткиҫәк ауылының өсөнсө урын яулауы районыбыҙҙа инициативалы, эшһөйәр һәм битараф булмаған кешеләр йәшәүен раҫлай.
Гөмбә ауылының бөтә әүҙем халҡына районды республика кимәлендә лайыҡлы күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Ойоштороу комитетына конкурсты ойоштороуҙа ярҙам иткәне һәм юғары кимәлдә булғаны өсөн айырым рәхмәт. Был еңеү яңы изге эштәр, ауылдың артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн стимул булһын. Лайыҡлы еңеү менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелгән. Уны үткәреү осоронда 51 ауыл еңеүсе булған. Проект, тәү сиратта, республика халҡының әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй тораҡ пункттар ҙа алкоголгә ҡаршы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Төрлө йәштәге битараф булмаған халыҡты берләштереп, проект республикабыҙҙың граждандар йәмғиәтенә ыңғай йоғонто яһай.
Республика Хөкүмәте, муниципаль район хакимиәттәре һәм Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы конкурсты уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ҙур роль уйнай.
«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, 2024 йылда БР Хөкүмәтенең еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарары ҡабул ителде. Уҙған йылдан конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың приз фонды 2024 йылдан 8,4 миллион һумға артҡан һәм 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә.
Азат Мөхәмәтйәнов, Тимур Шәрипҡолов фотолары.