Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Май , 05:20

Асҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе

Иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ, яугирҙар!

Асҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙеАсҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе
Асҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе

“Беҙ  яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙамдың сираттағы партияһын ебәрҙек. Был юлы бензобысҡы, бирсәткәләр, маскировка селтәрҙәре, яугирҙарға исемле посылкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һалынды.

Гуманитар йөктө яҡташыбыҙ, «Газик» позывнойлы хәрби хеҙмәткәр алып китте.

 Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә  ҙур рәхмәт! Тылдағы ошондай ярҙам Еңеүҙе яҡынайта. Ярҙам итергә теләүселәр район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.

Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, егеттәр, һәм иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!” — тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов.

Теманы дауам итеп...

Бер генә һорау ҙа ситтә ҡалмай
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ныҡлы ойошторолған. Был эшкә барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре йәлеп ителгән.
Ярҙам исемлеге (Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың  2022 йылдың 11 октябрендәге күрһәтмәһе менән раҫланған) үҙ эсенә төбәктең 55 ярҙам сараһын ала, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән.

Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын, ташламалар рәсмиләштереү, медицина реабилитацияһы, протездар, психологик ярҙам алыу – «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итә. Фонд филиалы белгестәре шулай уҡ яңы һөнәр үҙләштерергә һәм эшкә урынлашырға булышлыҡ итә.
 
МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн Рәсәй Социаль фондынан ярҙам саралары, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләүгә ҡағылышлы эш тәртибе һәм кәрәкле документтар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт – социаль селтәрҙәрҙә «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды филиалының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы сәхифәһендә.
 
Своиродные.РФ
 платформаһы тураһында: https://vk.com/wall-220653548_9344

 
Рәсәй Социаль фондынан 28 социаль ярҙам сараһы: https://vk.com/wall-220653548_9331

 
Инвалидлыҡ алған ветерандарға нимәләр ҡаралған: https://vk.com/wall-220653548_9357

 
Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү алгоритмы: https://vk.com/wall-220653548_9453

 
Техник реабилитация сараларын нисек алырға: https://vk.com/wall-220653548_9307

Наилә Имаева.

Асҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе
Асҡындар сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас