Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
16 Мая , 04:10

Таланттар йәйғоро

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында ҙур отчет концерты үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таланттар йәйғороТаланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро

Бына уҡыу йылы ла тамамланып килә. Асҡын 2-се балалар баҡсаһында йомғаҡлау сараһы — “Таланттар йәйғоро” тип аталған ҙур отчет концерты үтте.
Һәр төркөм тәрбиәләнеүселәре йыл буйына төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, ниндәй һөнәргә эйә булған, ниндәй һәләттәрен үҫтергән, ниндәй күнекмәләр үҙләштергән — тамашасыларға ошоларҙы тәҡдим итте. Кескәйҙәр рухлы йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәр башҡарҙы, әкиәттәр сәхнәләштерҙе, гимнастик номерҙар күрһәтте.
Ата-әсәләр тәрбиәселәргә балаларҙың рухи һәм ижади үҫешенә һалған ҙур тырышлыҡтары өсөн рәхмәт әйтеп, сабыйҙарының уңыштарына һөйөнөп, һоҡланып ултырҙы.
Илһөйәр Махатова.

Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Таланттар йәйғоро
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас