Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
16 Мая , 07:35

Ғаиләләр бәхетле булһын!

Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнап, Асҡын ауылының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында фәһемле һәм күңелле саралар үткәрәләр.

Ғаиләләр бәхетле булһын!Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!

Үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ  менән ҡараусы тәжрибәле тәрбиәселәр һәр төркөмдә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған саралар үткәрҙе.

"Бал ҡорттары" әҙерлек төркөмөндә "Минең яратҡан ғаиләм" әңгәмәһе бик матур һәм фәһемле була.  Һәр бала үҙенең  ҙур һәм татыу ғаиләһе , ял көндәрендә нимә менән шөғөлләнеүҙәре , яҡындарына нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләй. Бергәләп һүрәттәр ҡарап, үҙҙәре лә һүрәт төшөрә,  фекер алышалар.

"Тамсыҡай" урта төркөмөндә Ғаилә көнөнә арналған дәрес уйын, әңгәмә һәм ижад аша ғаилә, яҡындарға һөйөү һәм ғаилә ҡиммәттәре тураһында күҙаллауҙар формалаштырыуға йүнәлтелә.

Дәрестең төп маҡсаты — ата-әсәләргә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү, ғаилә ағзаларын атау һәм уларҙың ролен аңлау.

 Балалар ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәре һәм мауығыуҙары тураһында һөйләй, өйҙән килтергән фотоһүрәттәр  ҡарай, төрлө уйындар уйнай.

 Ғаилә ағзаларын һүрәтләп, "Минең ғаиләм" ғаилә альбомын да төҙөйҙәр.

 Ғаилә тураһында шиғырҙар уҡыйҙар, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәләр.

Дәрестә кескәйҙәр ғаиләнең  һинең өсөн иң яҡын, уңайлы, һине һәр ваҡыт көтөп торған усаҡ икәнен аңлайҙар. Ғаиләне һаҡларға, бер-береңде ҡәҙерләргә, ярҙам итергә кәрәклеген дә төшөнәләр.

Ысынлап та,  ғаилә — ул  йәшәүебеҙ мәғәнәһе, асылы, илһам, шатлыҡ-ҡыуаныс сығанағы, бәхетле һәм уңышлы киләсәк нигеҙе.

Ғаиләләр бәхетле, ныҡлы, татыу булһын!

Наилә Имаева.

Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Ғаиләләр бәхетле булһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас