

“Беҙҙең ауылда төҙөкләндереү өмәләре даими үтеп тора. Бигерәк тә зыяраттарҙы тәртиптә тотоуға солтанбәктәр яуаплы ҡарай. Бөгөн икенсе тапҡыр “Яу” зыяратында өмә үтә. Тәүгеһендә зыярат территорияһын сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартып, ватылған, емерелгән кәртәләрҙе һүтеп түккәйнек. Бөгөн профилдәрен яңыртып, буяп, яңы ҡалай менән уратып тоталар.
Өмәгә килеүселәрҙең барыһына ла ауыл Советы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Бергәләп, берҙәм эшләгәндә генә, беҙ ауылыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк, төҙөгөрәк, матурыраҡ итә алабыҙ! Алда эштәр күп: ауыл уртаһында урынлашҡан иҫке зыяраттың да ҡоймаһын яңыртаһы бар. Ауылдаштар был эшкә лә әүҙем ҡушылыр, тип өмөтләнәбеҙ,” — тип һөйләне Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.
Наилә Имаева.