

Яугир әлеге ваҡытта ғаиләһе һәм яҡындары янында. Районыбыҙҙың күп кенә ир-егеттәре батырлыҡ һәм тәүәккәллек күрһәтеп, үҙен Тыуған илдең ысын патриоты итеп күрһәтте. Көн һайын, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауыр шарттарҙа, улар нацизмға ҡаршы фиҙаҡәр көрәш алып бара.
“Егорка” 1984 йылда Һарытау ҡалаһында тыуған. Уға һигеҙ йәш булғанда ғаилә ата-әсәһенең йәнтөйәге — Байтур ауылына күсенеп ҡайта. Егет мәктәпте тамамлай, Ватан алдындағы изге бурысын үтәй, “Дружба” колхозында эшләй.
— Мин грузин-абхаз конфликтында ҡатнаштым, Тыуған илде һаҡларға ант иттем һәм махсус хәрби операцияның башынан уҡ унда барырымды белә инем. Быға әҙер булдым. Минең туғандарым, дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем фронтта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙәре, шул иҫәптән ағайым да, һәләк булды. Мин ситтә ҡала алманым. Хәрби комиссариатҡа барып, үҙ теләгем менән китергә әҙер булыуымды белдерҙем, — тип һөйләй “Егорка”.
Ул подразделение тураһында төрлө йәштәге, төрлө тәжрибәле, төрлө холоҡло ир-егеттәр йыйылған ҙур хәрби ғаилә кеүек һөйләй. Уларҙың барыһын да бер ҙур маҡсат берләштерә – махсус хәрби операцияны Еңеү менән тамамлау, биләмәләрҙе азат итеү.
“Егорка” һалдаттарҙың көндәлек тормошо, фронт көнкүреше үҙенсәлектәре, Ҡораллы Көстәр сафында Ватанды һаҡлаусыларҙың нисек хеҙмәт итеүе тураһында бәйән итте. Ул алғы һыҙыҡта, башҡа бер ерҙә лә булмағанса, хәрби туғанлыҡ ныҡ һиҙелә, тип билдәләй. Егеттәр бер-береһенә ныҡ ярҙам итә. Быға төрлө милләттән һәм диндән булыуҙары ла ҡамасауламай. Унда барыһы ла туғандар кеүек. Барыһы ла, берҙәм булып, Тыуған ил һағында тора.
– Аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым менән тәьмин итеүгә килгәндә, барыһы ла етә. Тушенка һәм башҡа армия ризыҡтары ялҡытҡанда, мөмкинлек булһа, һалдаттар ашарға алырға яҡындағы тораҡ пункттарға ла сыға. Иң ҡыйыны — йыуынырға, ял итергә берәй тыныс ауылға барғандан һуң кире ҡайтыуы. Әлбиттә, тәжрибә туплаған һайын бер хәлдән икенсеһенә күсеү еңелерәк, — ти яугир.
Өйҙә яугирҙы ҡатыны, биш балаһы һәм әсәһе көтә. Ҡатыны менән ул танышыу сайтында таныша. 2009 йылда туй үткәрәләр. Беренсе бала булып ҡыҙҙары тыуа, уға хәҙер 17 йәш, Өфө фән һәм технологиялар университетының 2-се курс студенты, юрист һөнәрен үҙләштерә. Өс бала — 9-сы, 2-се һәм 1-се класс уҡыусылары, уҡыу алдынғылары, спорт һәм ижади секцияларға йөрөйҙәр, ә иң кесеһенә — өс йәш.
Ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға китер алдынан ғаиләһен Камай ауылына яңы йортҡа күсерә, унда ремонт эштәре ҡатыны иңенә төшә.
— Яҡындарым менән даими бәйләнештә булырға тырышам. Әлбиттә, күп ваҡыт элемтәһеҙ ерҙә йөрөйбөҙ. Әммә яй сыҡҡан һайын шылтыратып ҡатыным һәм балаларымдың хәлен беләм. Өй менән бәйләнеш беҙҙе бында рухи яҡтан көслө итә, — тип һөйләй яугир һәм унда саҡта балаларын бик һағыныуын әйтә.
— Балаларыма асыҡтан-асыҡ Ватанды һаҡлау тигән һөнәр барлығын аңлаттым, – ти хәрби. — Балалар ата-әсәләре менән ғорурланырға тейеш, әле уларҙың шундай сағы, берәй нәмәне ысҡындырһаң, аңлатып өлгөрмәһәң, һуңынан үкенергә ҡала. Шуға бындай һөйләшеүҙәр бик мөһим.
“Егорка”ның балалары аталары менән хаҡлы ғорурлана. Хеҙмәт итеү осоронда яугир Жуков, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары, шулай уҡ командованиеның Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Үҫеп килгән быуынға ул спорт менән шөғөлләнергә, белемле, аҡыллы булырға кәңәш итә.
— Алғы һыҙыҡта яҡшы физик әҙерлек кәрәк һәм күп нәмәне белеү, заманса технологияларҙы үҙләштереү мөһим, – тип иҫәпләй “Егорка”. — Үҙ теләге менән барғандарҙы бүлгәндә, кемдең нимәгә оҫталығын һорайҙар. Мәҫәлән, һәр взводта пилотһыҙ аппараттар менән эшләгән кеше бар. Был хәҙер бик кәрәкле һөнәр. Минеңсә, йәштәрҙең ҡайҙа хеҙмәт итеүҙе һайлау мөмкинлеге бар. Ә пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булыу әлеге ваҡытта отошло ғына түгел, ә күпкә хәүефһеҙерәк тә. Махсус хәрби операция бер ваҡыт тамамланыр, ә пилотһыҙ системаларҙа хеҙмәт итеү абруйлы хеҙмәттәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Ә минең пулемет бар, уның менән бурыстарым етерлек.
Ял ваҡытын хәрби хеҙмәткәр ял итеүгә, өй мәшәҡәттәренә һәм, әлбиттә, яҡындары менән аралашыуға бағышлай. Уның тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуына өмөтләнәбеҙ.
Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хеҙмәткә ҡушылырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Контракт хеҙмәтенә яҙылырға теләүселәр 8 (34749) 2-40-46 (Мишкә һәм Борай райондарының хәрби комиссариаты) телефон номерҙары буйынса мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ туранан-тура йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин (Мишкә ауылы, Трактор урамы, 16).
БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122 номеры буйынса таныша ала.
Рәилә Әптекаева.
Бер генә һорау ҙа ситтә ҡалмай
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ныҡлы ойошторолған. Был эшкә барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре йәлеп ителгән.
Ярҙам исемлеге (Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2022 йылдың 11 октябрендәге күрһәтмәһе менән раҫланған) үҙ эсенә төбәктең 55 ярҙам сараһын ала, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән.