

“Проектты тормошҡа ашырыу 2026-2027 йылдарға иҫәпләнгән. Эштәр бөтә технологик талаптарҙы һәм төҙөлөш этаптарын үтәп, этаплап башҡарыласаҡ.
Һөҙөмтәлә ауыл тотороҡло һыу менән тәьмин итеү системаһын аласаҡ, ул көндәлек тормоштоң уңайлылығын арттырасаҡ һәм йәшәү өсөн ышаныслы шарттар булдырасаҡ.
Зинһар, эштәрҙе башҡарыу менән бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым”, — тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.