Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Мая , 09:10

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

27 майҙа мосолмандар мөһим дини байрамдарҙың береһен – Ҡорбан байрамын билдәләй.

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелдеӨфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде
Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Баш ҡаланың 24 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла. Өфө хакимиәтендә уҙған дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Өфөлә ҡорбан малын һуйыу өсөн ике майҙансыҡ әҙерләнә: беренсеһе – «Карауан» сауҙа үҙәге (Пригородная урамы, 55), ә икенсеһе Төньяҡ автовокзал янында урынлаша. Яҡын арала комиссияның мал һуйыу майҙансыҡтары биләмәһендә күсмә кәңәшмәләре планлаштырыла.

Быйыл Ҡорбан байрамын «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә билдәләйҙәр. Иртән Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин байрам вәғәзен уҡый, ул илдең бөтә төбәктәренә лә трансляциялана. Һуңынан ҡунаҡтар өсөн байрам концерты була, майҙансыҡта хәләл ризыҡтар һатылған фуд-корт асыла, балалар өсөн күңел асыу саралары, спорт уйындары (көрәш, уҡ атыу һәм башҡалар), йәрминкә ойошторола. Шулай уҡ байрамда тәмле былау менән һыйланырға мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-05-15/f-l-orban-bayramyna-erlek-tiksherelde-4654646

 
 
Автор:
Читайте нас