

Әгәр борсаҡ эргәһенә гәрсис сәсһәң, унан ике тапҡырға күберәк уңыш алырға мөмкин.
Укропты ҡояш нурҙары төшкән урынға сәсергә кәрәк, юғиһә, күләгәлә үҫкән япраҡтарҙан хуш еҫ аңҡымай. Шулай уҡ укроп сәселгән тупраҡҡа көл һәм эзбизташ һипмәйҙәр.
Ҡабаҡ яҡшы өлгөрһөн өсөн ҡабаҡ елеһен ергә ҡаҙап, тамырландыралар.
Ноҡот борсағы, борсаҡ, һуған, һарымһаҡ, фасоль үҫентеләрен кесерткән төнәтмәһе менән туҡландырмағыҙ.
Көн һайын үрсетмәнең башын 1-2 минут дауамында һыйпап торһаң, ул оҙонайып китеп үҫмәй. Сөнки ҡул менән тейгән саҡта үҫемлектә этилен матдәһе бүленеп сыға, ул үҫеү процесын тотҡарлай.
Кесерткән үҙе эргәһендә үҫкән үҫемлектең төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра. Шуға күрә, рәт араларына ваҡланған кесерткән йәйеү файҙалы.
Гәрсис сидераттары тупраҡты фосфор һәм көкөрт менән байыта, айыуғорт һәм ҡаты ҡортто (проволочник) бөтөрә.
Алдан гәрсис үҫкән урында һуған яҡшы үҫә.
Люпин, сөйәл үләне, настурция, Бәйғәмбәр тырнағы, бәрхәт сәскәһе, һуған, ҡәнәфер, гөлбаҙран, әрем - төрлө ҡоротҡостарҙы ҡурҡытыусы үҫемлектәр.
Ҡайын еләге төптәре араһына ылыҫлы ағастарҙың ҡойолған энәләрен һибеү файҙалы. Был емештәрҙең тәмен яҡшырта, сереүҙән һаҡлай, оҙонморон, талпан һәм ҡаты ҡортто бөтөрөргә ярҙам итә. Ә бына абаға йоморо ҡорттарҙан һәм сереүҙән һаҡлай.
Ҡапыл һыуыҡтар төшкәндән һуң үҫемлектәргә һуған ҡабығы төнәтмәһе һибәләр. Бының өсөн 0.5 литр һуған ҡабығына 10 литр һыу ҡойоп ҡайнатып, 12 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Һипкәндә 2/10 нисбәтендә һыу ҡатыштырырға кәрәк.
Сәриә ҒАРИПОВА әҙерләне.