Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Мая , 10:15

Балалар ышаныс телефоны – ауыр саҡта ярҙамсы

Бөгөн, 17 майҙа,  Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө билдәләнә. 2010 йылда Рәсәйҙә Ауыр тормош хәленә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды булышлығында ил субъекттары менән берлектә берҙәм Рәсәй  балалар ышаныс телефоны булдырыла. Уның номеры – 8-800-2000-122.

Балалар ышаныс телефоны – ауыр саҡта ярҙамсыБалалар ышаныс телефоны – ауыр саҡта ярҙамсы
Балалар ышаныс телефоны – ауыр саҡта ярҙамсы

17 майҙа Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө билдәләнә. 2010 йылда Рәсәйҙә Ауыр тормош хәленә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды булышлығында ил субъекттары менән берлектә берҙәм Рәсәй  балалар ышаныс телефоны булдырыла. Уның номеры – 8-800-2000-122.

Был телефонға Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтыратырға була. Балалар, үҫмерҙәр, уларҙың ата-әсәләре һәм башҡа кешеләр ашығыс психологик ярҙам һорай  ала. Белгестәр һәр кемде тыңлай, аңлай, кәңәш бирә. Шылтыратыу  бушлай һәм  аноним, йәғни кемлегеңде әйтмәһәң дә ярай.

Бындай ярҙамдың маҡсаты – ғаиләләге ҡатмарлы хәлдән ҡотолоу  юлын табышыу, йәшәү дәртен юғалтҡан балаларҙы яҡтыға сығарыу, стресс хәлдәрен еңеләйтеү, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау.

ВКонтакте селтәрендә Ышаныс телефонының төркөмө бар – https://vk.com/dtd102 . Шылтыратырға теләк булмаһа, шәхси хәбәр ебәрергә лә була. Тик сәхифәгеҙҙең хәбәр ебәреү мөмкинлеге асыҡ булһын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: түләүһеҙ һәм берҙәм ышаныс телефоны 8 800 2000 122 (йәки ҡыҫҡа номер – 124) тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Фото:  Freepik.

#ышаныс_телефоны

Автор:
Читайте нас