

Асҡын ауылынан Римма Хөснимәрҙән ҡыҙы менән Зөлҡиф Сәйет улы Әбҡәдировтар гәүһәр туйҙарын билдәләй.
Алтын туйҙарын билдәләүсе Урманкүлдән Гөлфирә Хәсән ҡыҙы менән Сабирйән Сабит улы Тасигкәмбәтовтар,Билгештән Разалия Вәлиәхмәт ҡыҙы һәм Мәсәллим Фәйзелғаян улы Ғиндуллиндар, Гүзәлиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы менән Мөфәззәл Абраровтар, Асҡындан Флүзә Әхмәтдин ҡыҙы һәм Рафиҡ Исмәғил улы Ибраһимовтар, Галина Иҙелбай ҡыҙы һәм Мөдәрис Ғафул улы Бәкеровтар, Иҫке Ҡаҙансынан Гүзәл Наил ҡыҙы һәм Ғәбделхәй Ғәзиз улы Хәбибуллиндар ҙа ҡотлауҙар ҡабул итте.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм үҙе исеменән юбилярҙарҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сараны Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапхананың ойоштороу-методика бүлеге баш китапханасыһы Роза Кәримова әҙерләп үткәрҙе.
Ризида Ғәлимова, Әлиә Хәйҙәрова, Рәзинә Фәйзуллина, Ғәзимә Зәйнетдинова һәм Фәнилә Шәмсетдинова башҡарған йырҙар юбилярҙарға байрам бүләге булды.
Фәйрүзә Юнысова.