Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Мая , 08:05

Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!

Асҡындан әүҙем,  тырыш ғаилә “Это у нас семейное” Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалында ҡатнаша

Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!
Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!

Өфөлә ошо көндәрҙә “Это у нас семейное” Бөтә Рәсәй конкурсының округ ярым финалы үтә.  Был “Рәсәй — мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекты булып тора.

11 майҙан 14-енә тиклем Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 285 ғаилә командаһы (1500-ҙән ашыу кеше) еңеү өсөн көрәшә. Улар араһында Асҡындан Эльза һәм Булат Нафиҡовтар улдары Азамат, Искәндәр һәм өләсәйҙәре Фәғилә Нурулла ҡыҙы ла бар.

Ярым финал программаһы бай йөкмәткеле. 11 майҙа конкурс тантаналы асылып,  12-13 майҙа Өфө буйлап экскурсиялар һәм конкурс һынауҙары: «Ғаилә булыу» девизы аҫтында интеллектуаль, спорт һәм ижади һынауҙар үтә. 14 майҙа бәйгегә йомғаҡ яһала.

 Ярымфинал еңеүселәре июлдә Мәскәүҙә үтәсәк финалға юлланасаҡ.

Конкурстың икенсе миҙгелендә Рәсәйҙең бөтә 89 төбәгенән 196 576 ғаиләнән 726 191 кешеһе ҡатнаша. Ярымфиналға үтеү — ҙур ҡаҙаныш!

Нафиҡовтар ғаиләһенә уңыштар, сағыу тәьҫораттар һәм, әлбиттә, еңеү теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!
Нафиҡовтарға уңыштар теләйек!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас