Йәнтөйәк
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Мая , 09:15

"БАС" буйынса белгестәр әҙерләгән төбәк-ара үҙәк барлыҡҡа килде

Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә эшләй.    

"БАС" буйынса белгестәр әҙерләгән төбәк-ара үҙәк барлыҡҡа килде"БАС" буйынса белгестәр әҙерләгән төбәк-ара үҙәк барлыҡҡа килде
"БАС" буйынса белгестәр әҙерләгән төбәк-ара үҙәк барлыҡҡа килде

Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләүҙең берҙән-бер төбәк-ара үҙәгенә әйләнде.

“Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” тип аталған федераль проектта ҡаралған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу өсөн ошо өлкәгә төбәк-ара кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен асыҡ һайлап алыуға йомғаҡ яһалды.

Өфө фән һәм технологиялар университеты был һайлап алыуҙы уңышлы үтте һәм Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары (артабан – БАС) өсөн кадрҙар әҙерләүҙең берҙән-бер төбәк-ара үҙәгенә әйләнде.

Быйыл проектта ҡатнашыуға белем биреү менән шөғөлләнгән 57 ойошма ғариза биргән. Уларҙың 33-ө генә, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университеты (ӨФһТУ), төбәк-ара кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен асыҡ һайлап алыу талаптарына тура килә, тип танылған.

ӨФһТУ-ла был йүнәлештә белем биреү программаһын Өҙлөкһөҙ белем биреү институты менән Электр техникаһы инжинирингы институты берлектә тәьмин итергә тейеш.

– “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” проектында ҡатнашыу республикабыҙға пилотһыҙ авиация системаларының юғары технологиялы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индереү мөмкинлеге бирә. Өфө университетының пилотһыҙ технологиялар өлкәһендәге юғары тәжрибәһе был перспективалы өлкәлә талап ителгән белгестәрҙе яҡшы итеп әҙерләүҙе тәьмин итә ала, – ти был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Шуны билдәләп үтәйек, пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге инженерҙар киләсәктә иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр иҫәбенә инә. Киләһе ете йылда Рәсәйгә был өлкәлә бер миллионға яҡын оҫта – пилотһыҙ осоу аппараттарын уйлап табыу, етештереү һәм файҙаланыу өсөн белгестәр талап ителә.

“Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проекты “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының төп өлөшө булып тора. Ул илдең  граждандар пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендә технологик суверенитетын тәьмин итеү буйынса белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. “БАС өсөн кадрҙар” проектының операторы – “Университет 2035”.

 

Мәғлүмәт, фото: uust.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас