Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
14 Мая , 11:15

Балан ҡатығы

Беҙҙең яҡтарҙа быуындан быуынға тапшырыла килгән ҡәҙерле ризыҡ – балан ҡатығы менән таныштырғым килә. Уны өләсәйем – әсәйемә, әсәйем миңә өйрәтеп ҡалдырҙы. Көҙ ғаиләбеҙ менән балан йыйып, теҙеп элеп, һаҡлап ҡуябыҙ һәм ҡыш буйына тәмле балан ҡатығы бешерәбеҙ. Ул – беҙҙең ҙур ғаиләнең традицион ризығы. Рецебы яп-ябай:

Балан ҡатығыБалан ҡатығы
Балан ҡатығы

Рецебы яп-ябай: 1 кг балан, 1,8 л һыу, 100 г арыш оно, 400 г шәкәр кәрәк.

Баланды ҡат-ҡат йыуып, кәстрүлгә йәки сөгөн ҡаҙанға һалып, газға, духовкаға йәки мейес эсенә бешерергә ултыртаһың. Сәғәт ярым ҡайнағандан һуң ул көрән төҫкә инә. Шул массаға шәкәр  ҡомо һалып болғатаһың.

Артабан икенсе туҫтаҡта арыш онон һыуҙа бутайһың (блендер менән яҡшыраҡ). Был ҡатнашманы ҡайнап ултырған баланға ҡушып ебәрәһең һәм болғап тораһың. Он бешеп сыҡҡас, утты һүндереп, һыуытырға ҡуяһың.

Тәмле һәм бик файҙалы балан ҡатығы әҙер. Беҙҙең яҡтарҙа уны аш итеп ашайҙар, әммә сәйгә ҡушып эскәндә лә була.

Нәфҡиә Ғилмийәрова.

Асҡын районы,

Гөмбә ауылы.

Автор:Роза Хуснуллина
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас