

Проекттың авторы һәм инвесторы — “Ферма” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Мөхәмәтйәров. Комплексты асыу — юл инфраструктураһын үҫтереүгә өлөш индереү генә түгел, ә районда йәшәү сифатын яҡшыртыуға бер аҙым. Яңы сервиста 20-нән артыҡ эш урыны булдырылған, киләсәктә штатты арттырыу планлаштырыла.
Яңы комплексты асыуға арналған тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Лилиә Кәбирова, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының юл буйы сервисын үҫтереү буйынса проект инициативаһы етәксеһе Наил Фәйрүзов, проект инвесторы Альберт Мөхәмәтйәров ҡатнашты.
Барлыҡ ҡунаҡтар ҙа сығыш яһап, комплекстың райондың туристик һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым булыуын билдәләне һәм ошо йүнәлештәрҙә юл йөрөүҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ итәсәгенә ышанысын белдерҙе.
Күп функциялы сервис үҙәгенең төп өлөшөн ике, өс һәм дүрт урынлыҡ 13 номерҙан торған уңайлы ҡунаҡхана тәшкил итә. Бирелә юлсылар таҙа, тыныс мөхиттә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында инеп, ҡунып, ял итеп сығып китә ала. Ҡунаҡтар һәм уҙып йөрөүселәр өсөн өй кухняһы менән кафе эшләй. Бында уларға киң ассортиментта эҫе аштар, төрлө салаттар, ҡамыр ризыҡтары тәҡдим ителә.
Шулай уҡ бирелә тәүлек әйләнәһенә аҙыҡ-түлек һәм тәү кәрәк-яраҡ тауарҙар һатылған магазин, уңайлы ял бүлмәһе менән сауна, кер йыуыу-киптереү машиналары булған бүлмә һәм душ кабиналары бар. Еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн видеокүҙәтеү системаһы менән тәьмин ителгән ҙур парковка ҡаралған.
Теманы дауам итеп...
2026 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Өҫтөнлөклө инвестициялар проекттары исемлегенә планлаштырылған инвестициялар күләме 865,8 миллиард һум һәм 29,3 мең яңы эш урындары булдырыласаҡ 388 инвестиция проекты индерелгән.
Биш йыл эсендә (2021-2025 йылдарҙа) күрһәтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә инвесторҙар 269,1 миллиард һум аҡса һалған һәм 5,9 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған.
2025 йылда Башҡортостанда бөтәһе 2,38 миллиард һумлыҡ 173 яңы юл буйы комплексы сафҡа индерелгән. Бынан тыш, республикала дөйөм хаҡы 398,73 миллион һумлыҡ 174 комплекс яңыртылған.
Фекер
Айҙар Шәйҙуллин, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы:
— “Яугилде” комплексын асыу — районыбыҙҙа оҙаҡ көтөлгән һәм мөһим ваҡиға, ул трассала сервис кимәлен күтәрер һәм урындағы иҡтисадты һәм туризмды үҫтереүгә этәргес булыр, тип ышанам. Был заманса объект трасса буйлап сәйәхәтте уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк, бирелә бөтә үтеп барыусыға ла төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә, яңы эш урындары булдырылды, уларҙы киләсәктә арттырыу ҙа күҙаллана.
Районыбыҙҙа бындай күп функциялы сервистар асыу — юл инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индереп кенә ҡалмай, ә районда халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, уңайлыраҡ итеүгә мөһим аҙым булып тора.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.